Тыныс тормошта ла, утлы һуғыш яланында ла үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалыусылар күп түгелдер. Ә бына Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәгән Йәүҙәт Вәлиевҡа махсус хәрби операция биләмәһендә лә, көндәлек тормошта ла руль артына ултырырға тура килә. Хәйер, хәрби хеҙмәттән һуң водитель булып эшкә урынлаша һәм бөгөнгәсә “Тиҙ ярҙам” машинаһының алыштырғыһыҙ водителдәренең береһе ул.
Йәүҙәт Абдрахман улы ишле ғаиләлә тыуып үҫә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле туғандарынан бер үҙе генә ҡалған. Аҡъяр урта мәктәбен тамамлаған егет артабан белемен Аҡъяр техник–һөнәрселек училищеһында дауам итә. Ҡулына водитель танытмаһы алғас та хәрби бурысын үтәргә әрме сафына юллана. 1981–83 йылдарҙа илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә хеҙмәт итә, әрменән ҡайтҡас тыуған яғында эш башлай, ғаилә ҡора һәм ғүмерлеккә водитель һөнәренә тоғро ҡала.
Ҡатыны Көнһылыу Мәхмәүтйән ҡыҙы менән өс балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына оҙатып, әле ике ейәнгә бәхетле өләсәй һәм олатай ҙа.
Илдә махсус хәрби операция башланғас та элекке һалдат булмай, Ватан саҡыра икән, яуға барырға кәрәк, тигән принципҡа тоғро ҡалып, Йәүҙәт Вәлиев та ил һаҡларға барырға теләк белдерә. Әммә уның йәше үткән була, уға 62 йәш тулып өлгөрә.
–Һаулығым борсомай, балаларымды үҫтерҙем, ата–олатайҙар кеүек илебеҙҙе дошмандан һаҡларға теләк белдереп, военкоматҡа барҙым. Тәүҙә риза булманылар, оло йәштәһең тинеләр. Ғаилә ҡорор саҡтарында йәш егеттәрҙең МХО-ға барып һәләк була, уларҙың балалар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтөр саҡтары тигәс кенә контракт төҙөргә ризалыҡ бирҙеләр. Былтыр июнь башында Өфө ҡалаһындағы военкоматта махсус хәрби операцияға барырға доброволец булып килешеү төҙөнөм,–ти әңгәмәсем.
Йәүҙәт Абдрахман улы Һамар ҡалаһында өс ай буйына хәрби әҙерлек үтә: һәр саҡ физик яҡтан ныҡлы ир–азамат йәштәрҙән һис тә ҡалышмай. Ни тиһәң дә водитель булыу өсөн сослоҡ, иғтибарлыҡ һәм тәүәккәллек кеүек сифаттарға эйә булыу талап ителә. Бигерәк тә “Тиҙ ярҙам” да эшләгән кешегә ҡайһы осраҡта сирлеләрҙе күтәреп алып сығырға тура килә, фельдшерға ярҙам иткән ваҡыттары ла аҙ булмай. Ниндәйҙер кимәлдә тәүге ярҙам күрһәтә белеүе лә артабан яу яланында әллә күпме яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа үҙ ролен уйнамай ҡалмай. Август айында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 2–се батальонда Кременная ҡалаһы янындағы яуға ебәрелә. Үҙенең районы хөрмәтенә “Хәйбулла” позывнойын ала. “Беҙҙең батальонда яугирҙәрҙең барыһы ла Башҡортостан ине. Шуға күрә бер ғаилә кеүек булдыҡ, һәр беребеҙ өсөн ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һуғышҡа килгәнебеҙҙе яҡшы белһәк тә, тәүҙәрәк егеттәрҙе юғалтыуҙы кисереү бик ауыр булды. Күнелдең әрнеп илаған саҡтары ла аҙ булманы. Әммә бындай ваҡытта һинең һалҡын ҡанлы булыуың ғына күпме яраланған яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарыуыңды аңлау, һине ысынбарлыҡҡа алып ҡайта. Водитель булараҡ, алғы һыҙыҡҡа барған яугирҙәрҙе ла тейешле урынға илтеү, яраланғандарын алып сығырға, утлы ҡурғаштар аҫтында ялан госпиталдәренә алып барырға тура килде. Машина руле артында бараһың, баш осоңда “ ҡошсоҡтар” оса. Иң мөһиме–был ваҡыттарҙа юғалып ҡалмаҫҡа, командаларҙы теүәл үтәргә, үҙең өсөн генә түгел, ә хеҙмәттәштәрең өсөн дә яуаплылыҡты тойоу кәрәк. Караулда тораһың икән, блиндажда йоҡлап йәиһә ял иткән егеттәр өсөн яуаплы икәнеңде аңларға тейешһең”,–ти “Хәйбулла” позывнойлы яугир.
Йәүҙәт Вәлиевтың төҙөгөн контракты тулып, уны артабан оҙайтырға теләһә лә уның оло йәштә булыуы быға ҡамасаулыҡ итә. Ярты йыл буйы яу биләмәһендә йөрөгән яугир тыуған яҡтарына ҡайтып, үҙенең эшләгән урынына–район үҙәк дауаханаһына–“Тиҙ ярҙам” машинаһының руле артына ҡайтанан ултыра. Хәрби хәрәкәттәр ветераны тиҙҙән һуғыштың тамамланыуына ышана һәм барлыҡ яугирҙәрҙең дә иҫән–һау ғаиләләре янына ҡайтыуын теләй.
Автор һәм Йәүҙәт Вәлиев фотолары