Бөгөн ғаиләләрҙең ныҡлығы, ишлелеге, матур парҙар менән бер рәттән, айырылышыуҙарҙың йышайыуы, буйҙаҡлыҡ проблемаһы тураһында күп һөйләйбеҙ. Яңғыҙҙар һаны арта бара, бигерәк тә ауылдарҙа. Ошо көнүҙәк булған мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы Федоровка ауылы биләмәһе менән берлектә сара ойошторорға йөръәт итте. Ауыл клубында райондың төрлө ауыл биләмәләренән утыҙҙы уҙған яңғыҙ йәштәр йыйылды. Әллә ни күп булманы улар, теләге булһа ла, ҡапыл-ҡара баҙнатсылыҡ итеп, танышыу кисәһенә барырға барыһының да батырсылығы етмәгәндер, моғайын. Килгәндәре лә тәүге минуттарҙа бер аҙ баҙап ҡалһа, тора -бара ойоштороусыларҙың әҙерләгән мауыҡтырғыс программаһына ҡушылып, асыла барҙылар. Маҡсатлы, тырыш, ғаилә ҡорам тигән ҡыҙҙар-егеттәрҙең барлығын күрһәтте был сара. Изге башланғысты артабан дауам итергә ниәтләй ойоштороусылар. Хәйбулла районы ҡоролтайы янында махсус төркөм төҙөлөп, унда мотлаҡ утыҙҙы уҙған, тырыш, маҡсатлы, донъя көтөрҙәй ҡыҙҙар-егеттәр генә тупланасаҡ. Аралашыу, танышыу төркөмдә барһа, артабан урындарҙа ваҡыты-ваҡыты менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Иң күләмле сара - экологик йүнәлештәге Буйҙаҡтар һабантуйы йәй айына ниәтләнгән. Ҡушылығыҙ, ҡыҙҙар-егеттәр!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы