Үҙ ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған “Һаҡмар” шифаханаһының баш табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Тәлғәт Рәхмәтуллин сираттағы юғары награда - “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Шул айҡанлы Тәлғәт Рәфҡәт улы менән осрашып, әңгәмә ҡорҙоҡ.
-Тәлғәт Рәфҡәт улы, үҙегеҙ менән яҡындан таныштырһағыҙ ине.
- 1964 йылда Йылайыр районы Юлдыбай ауылында донъяға килгәнмен. Ул ваҡытта атайым Юлдыбайҙа фельдшер булып эшләй ине. Миңә 3 йәш тулғанда атайым медицина институтына уҡырға инеп, ваҡытлыса Өфөгә йәшәргә күскәнбеҙ. Әсәйем медицина училищеһында уҡыны. 1972 йылда Аҡъярға ҡайттыҡ һәм 2-се класҡа уҡырға барҙым. 1981 йылда 2-се Аҡъяр мәктәбен тамамланым.
-Ни өсөн һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙе медицина менән бәйләргә ҡарар иттегеҙ? Хеҙмәт юлығыҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле.
-Атай менән әсәйем һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгәс, уларҙың тәҡдиме менән табип булырға ҡарар иттем. Башҡа һөнәр һайлау тураһында уйламаным да. Биология, химия һәм физика фәндәренән яҡшы уҡығас, медицина институтына уҡырға инеүе бик ауыр булманы. Иң ауырҙарҙан һаналған дауалау факультетында уҡыным. 1987 йылда институтты тамамлап, бер йыл Өфөлә 13-сө дауаханала интернатура үттем. Унда хеҙмәт кенәгәһе асып, рәсми эшкә алдылар, табип-кардиолог булараҡ, пациенттарҙы ҡараным. Артабан ғаиләм менән Сиҙәм участка дауаханаһына баш табип булып эшкә ҡайттым. Унда табип-стоматолог Радик Сәйфуллин, акушер Лиза Мөхәрләмова менән бергә эшләнек. Ике йыл эшләгәндән һуң, Аҡъяр үҙәк дауаханаһына баш табип урынбаҫары булып күстем. Бында тәжрибәле табиптар Миңлеғәлим Бохарбаев, Фирүзә Әминева, Салауат Фәтҡуллин һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре менән берҙәм коллектив булдыҡ. Һуңынан баш табип вазифаһын башҡарҙым, йәғни хеҙмәт юлымда бөтә баҫҡыстарҙы ла үттем. Әле 13 йыл шифахананы етәкләйем, бер үк ваҡытта пациенттарҙы ла ҡабул итәм. Шифаханала бөтә республика ҡала-райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән, хатта Мәскәү, Ҡаҙағстан да килеп ял итәләр. Коллектив берҙәм, татыу, ихтирам итеп торалар.
-Белеүемсә, һеҙ икенсе өлкәлә лә эшләп алғанһығыҙ.
-Эйе хеҙмәт юлымда төрлө һынылышлы осор булды. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен икенсе һөнәргә алмаштырған ваҡыттар. Саҡырыу буйынса бер нисә йыл мәшғүллек үҙәген етәкләргә, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарырға тура килде. Әммә күңелем менән һәр саҡ табип булып ҡалдым. Был осор минең өсөн тәжрибә генә булды. Бер аҙ ваҡыттан кире һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә эшкә ҡайттым.
-Һеҙ оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә эшләйһегеҙ. Элеккегә ҡарағанда әле табиптарға эшләү еңелерәкме?
-Һәр осорҙоң да ыңғай һәм кире яҡтары бар инде. Әле табиптарға диагноз ҡуйыуы еңелерәк, сөнки ниндәй генә заманса медицина ҡорамалдары юҡ. Элек иһә флюорограф, ЭКГ, рентгент аппарат, фонендоскоп ҡына булды. Кире яҡҡа килгәндә әле медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡағыҙ эше күбәйҙе.
-Табип һөнәрен һайлағанға үкенгәнегеҙ булманымы?
-Бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы. Бөгөн мине кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтә алыуым менән бәхетлемен. Дауаханаға төрлө пациенттар килә. Ҡайһы берҙәре менән матур итеп һөйләшеү, йылы һүҙ ҙә етә. Кешегә иғтибар биреү - беҙҙең эштә иң мөһиме.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 11-се һанында