Бөтә яңылыҡтар
10
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель , 11:05

Алдынғы механизатор була

 “Матрай” совхозы үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандары бихисап. Шундайҙарҙың береһе - Әлибай ауылында йәшәүсе Хәйрулла Раев.

Алдынғы механизатор була
Алдынғы механизатор була

 “Матрай” совхозы үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандары бихисап. Шундайҙарҙың береһе - Әлибай ауылында йәшәүсе Хәйрулла Раев. Ул 1956 йылдың йәмле йәйендә Рафиҡ ауылында донъяға килә. Башланғыс белемде Рафиҡта, урта белемде Өфө ауылы мәктәбендә ала. Мәктәпте тамамлағас, 1973 йылдың июлендә совхозда малсы булып хеҙмәт юлын башлай. Бер йыл эшләгәс, 1974-1976 йылдарҙа Чехословакияла армияла хеҙмәт итә. Ул 1977-1978 йылдарҙа Юлдыбай ауылының профтехучилищеһында уҡып, механизатор һөнәренә эйә булғас, Һарыкүл бүлексәһенә механизатор булып эшкә урынлаша. Хәйрулла Хәйбулла улы бар хеҙмәт юлын техника менән бәйле һөнәргә бағышлай: ул тракторсы, комбайнсы ла булып эшләй. “Матрай” совхозының Һарыкүл бүлексәһендә һәр ваҡыт алдынғы механизаторҙар иҫәбендә була. Намыҫлы хеҙмәте өсөн 1981 йылда «Алтын башаҡ» билдәһенә лайыҡ була һәм тиҫтәләрсә маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 12-се һанында уҡығыҙ

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: