Конкурс йыл һайын «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ижтимағи-дәүләт ойошмаһы булышлығында үткәрелә. Уның төп бурыстары — ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһенең ижтимағи әһәмиәтле эшмәкәрлеген баһалау, ҡатын-ҡыҙ-әсә статусын күтәреү, Тыуған илебеҙ яҙмышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи һәм сәйәси ролен әүҙемләштереү. Быйыл МХО яугирҙәренең әсәләренә айырыуса иғтибар бүленгән.
Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Ырымбур ҡалаларынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙың иң яҡшылары бүләкләү тантанаһына саҡырылған.
Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең райондан да ҡатын-ҡыҙҙар бар - Рәсәй Геройы Никита Петровтың әсәһе - Таисия Петрова һәм өс яугирҙың әсәһе - Фәниә Иҙелбаева. Уларға тантаналы шарттарҙа «Ҡатын - ҡыҙ-милләт әсәһе» миҙалы тапшырылды. «Ҡатын - ҡыҙ-милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсының «Ағинәй» номинацияһында диплом менән Йәнтеш ауылының мәҙәниәт өлкәһендәге эшенә 36 йыл ғүмерен бағышлаған Һәм әүҙем йәмәғәт эшен дауам иткән Фәниә Арыҫланова бүләкләнде. Барыһын да лайыҡлы наградалар менән ҡотлайбыҙ, һеҙгә тыныслыҡ, изгелек һәм улдарығыҙ менән тиҙерәк осрашыуығыҙҙы теләйбеҙ!