Бөтә яңылыҡтар
10
ЙӘМҒИӘТ
20 Март , 18:57

Өфө ауылында "Боҙ оҙатыу" йолаһын уҙғарҙылар

"Элек Таналыҡ йылғаһында боҙ ҡуҙғалған көн Түбәнге Ысмаҡ ауылында бер үҙе бер байрамға әйләнә ине. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабайҙар, йәш-елкенсәк һәм бала-сағалар йыйылышыр ине", - ти иҫкә төшөрә ауылдаштар

Өфө ауылында "Боҙ оҙатыу" йолаһын уҙғарҙылар
Өфө ауылында "Боҙ оҙатыу" йолаһын уҙғарҙылар

Боҙ оҙатыу йолаһы - борондан ҡалған йола,ләкин ваҡыт үтеү менән онотолоп барған йола байрамы булып ҡалып килә.Түбәнге Ысмаҡ ауылы Таналыҡ йылғаһының биръяғында, Өфө ауылы аръяғында урынлашҡан. Элегерәк йылғала боҙ ҡуҙғалған көн бер үҙе бер байрамға әйләнә ине. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабайҙар, йәш-елкенсәк һәм бала-сағалар йыйылышыр ине.
Бөгөн ошо йоланы иҫкә төшөрөп , күп тармаҡлы Өфө ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Таналыҡ йылғаһы буйына "Боҙ оҙатыу" йолаһын атҡарыу маҡсатында сыҡтылар.
"Боҙ оҙатҡанда йәштәр боҙ өҫтөнә бер ус һалам йә кипкән ҡамыш ҡуйып, шуға ут төртөп ебәрер инеләр, ә бына өлкәндәр иһә ташҡын һыуға төйөнсөккә әҙерләнгән ырым бетеүе ағыҙған.Икеһе лә ҡыш буйы йыйылып килгән ҡайғы-ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулы һаналған "- тип иҫкә төшөрөп үттеләр. Һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйтелде. Муллыҡ,бәракәт теләп йылғаға бойҙай һибелде. Доньяларҙың ҡотайыуын,тыныслыҡ килеүен теләп аяттар бағышланды. Боҙҙар менән иреп барлыҡ яман сирҙәр бөтһөн,яҙғы ташҡын кеүек ярһып-ташып ,шаулап тормош дауам итһен тигән теләктәр әйтелде.
Элек нисек йәштәр "костёр" яғып ритаям һуҡҡандарын,"Ҡайыш" уйындары уйнағандарын иҫкә алып,гармун көйөнә бейешеп ҡайттылар килгән апайҙар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.

Өфө ауылында "Боҙ оҙатыу" йолаһын уҙғарҙылар
Өфө ауылында "Боҙ оҙатыу" йолаһын уҙғарҙылар
Өфө ауылында "Боҙ оҙатыу" йолаһын уҙғарҙылар
Өфө ауылында "Боҙ оҙатыу" йолаһын уҙғарҙылар
Өфө ауылында "Боҙ оҙатыу" йолаһын уҙғарҙылар
Автор:Өфө ауылы күп функциялы клубы
Читайте нас: