ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2025, 13:08

Фатир хужаларын нимә борсой?

Район хакимиәтендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың көндәлек мәсьәләләренә арналған «Управдом» форумы ойошторолдо. Район хакимиәте башлығы етәкселегендә уҙған ултырышта ауыл биләмәләре башлыҡтары, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар һәм күп фатирлы йорттарҙың вәкилдәре, йәмәғәтселек ҡатнашты

Фатир хужаларын нимә борсой?Фатир хужаларын нимә борсой?
Фатир хужаларын нимә борсой?

Капиталь ремонтҡа тарифтар артасаҡ

Форум барышында ағымдағы мәсьәләләр, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәре, дөйөм йорт ихтыяжына электр энергияһы өсөн бурыстарҙы түләү, күп фатирлы йорттарҙы йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү торошо, уларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса фекер алышы уҙар булды. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь һәм косметик ремонтлауҙы даими башҡарған ойошма – идарасы компания йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте (ТСЖ) булдырыу мөһимлеге билдәләп үтелде. Шулай уҡ айырым һорауҙар проблемалы йорттарға ҡағылды. Ҡайһыларына ҡыйыҡты яңыртыу, подъезда электр сымдарын алмаштырыу, төрлө ремонт эштәрен башҡарыу, балалар майҙансығын урынлаштырыу һәм башҡалар талап ителә.

Осрашыуҙа Башҡортостанда күп фа тирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға түләүҙең минималь күләме артасағы тураһында хәбәр ителде. 2022 йылдан тариф үҙгәрешһеҙ ҡалған, ә ошо ваҡыт эсендә төҙөлөш материалдарына һәм төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға хаҡтар ҡиммәтләнгән. Шулай уҡ был күп фатирлы йорттарға ваҡытында капиталь ремонт яһау һәм Капиталь ремонт буйынса республика программаһының финанс тотороҡлоғон тәьмин итеү кәрәклеге менән бәйле. Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт эштәрен ваҡытында башҡармау торлаҡ фондының ваҡытынан алда емерелеүенә килтерәсәк, тип билдәләне форумдың спикерҙары.

Фатир хужаларын нимә борсой?
Фатир хужаларын нимә борсой?

Идарасы компания йә ТСЖ кәрәк

Район хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары Александр Карпов үҙ сығышында күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәре менән таныштырҙы:

 –Районда барлығы 139 күп фатирлы йорт иҫәпләнә. Шуларҙың 132-һе күп фатирлы йорт капиталь ремонтлау программаһына индерелде. 2014-2024 йылдарҙа 58 йортта төрлө ремонт эштәре башҡарылған, шул иҫәптән 21-ндә – ҡыйыҡтар, 5-ендә – электр тәьминәте, 3-өндә – йылытыу системаһы, 4-ендә – фасад, 16-һында – газ менән тәьмин итеү системаһы яңыртылды. Дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың март башына ҡарата районда фатир хужалары капиталь ремонт буйынса төбәк операторға  8,936 миллион һум бурыс туплаған. Әгәр бурыс тулыһынса түләнһә, был тағы ла бер нисә йортто ремонтларға етер ине.

Уҙған йылда Аҡъяр ауылы Төҙөүселәр урамының 5-се, Аҡмулла урамының 44-се һәм 46/1-се, Бүребай ауылы Шайморатов урамының 19-сы, Маҡан ауылы Әхмәтшин урамының 9-сы, Садовый ауылы Йәштәр урамының 1-се йорттарҙың ҡыйыҡтары капиталь ремонтланды. Ә 2026 йылда Аҡъяр ауылының Аҡмулла урамының 46-сы һәм Төҙөүселәр урамының 3-сө  йорттарҙың ҡыйыҡтарын яңыртырға иҫәп тотола.

2019-2022 йылдарҙа Аҡъяр, Бүребай, Татыр-Үҙәк, Маҡан, Өфө ауылдарының 36 күп фатирлы йорттарында 79 подъезға ремонт яһалды.

2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса Маҡан һәм Садовый ауылдарында ике ихата территориялары яңы төҫ алды. Быйыл ошондай уҡ эштәр Аҡъяр ауылы Салауат Юлаев проспекты 33-сө  менән Юбилей урамы 10-сы йорттары араһындағы ихатаны төҙөкләнләндереү планлаштырыла.

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә 2021-2022 йылдарҙа Өфө ауылында стадион, ә 2023-2024 йылдарҙа Аҡъяр ауылының Мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндерелде. Йәмәғәт урындарын һайлауҙа  еңеү яулаған «Аҡъяр ауылында Салауат Юлаев проспекты буйлап “Техника” магазинынан Таналыҡ йылғаһы аша күпергә тиклем тротуар булдырыу» проектын быйыл ғәмәлгә ашырыу ҡаралған. Проектҡа ярашлы буласаҡ тротуар буйлап металл ҡоймалар һәм саттарҙа йәйәүлеләр үткәүелдәрен булдырыу, бәләкәй архитектура формаларын (эскәмйәләр, сүп-сар өсөн һауыттар) ҡуйыу, шулай уҡ йәшеләндереү буйынса эштәрҙе башҡарыу күҙ уңында тотола.

2024 йылда «Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен үҫтереү» программаһы сиктәрендә Аҡъяр ауылының Муса Мортазин урамы буйлап тротуар төҙөлдө. Ә быйыл ошо программа ярҙамында район үҙәгендәге Аҡмулла урамының 44-се менән 44/1-се йорттар араһындағы ихатала балалар майҙансығын булдырыу ҡарала.

Аҡъяр, Садовый, Бүребай ауылдарындағы йорттарҙың дөйөм милке «Сервис» ЯСЙ-һы, «Бүребай торлаҡ-коммуналь хужалығы» ЯСЙ-һы  тарафынан хеҙмәтләндерелә. Ә Маҡан, Татыр-Үҙәк, Подольск,  Сиҙәм, Өфө ауылдарындағы күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милке хеҙмәтләндерелмәй. Районда күп фатирлы йорттарҙы капиталь һәм косметик ремонтлауҙы даими башҡарған ойошмалар булдырыу мөһим. Ошо юҫыҡта эш бер нисә йыл дауамында бара, ләкин был тармаҡта эшләргә теләгән предприятиелар әлегә юҡ. Әгәр идарасы компания барлыҡҡа килһә – ул йорттарҙың торошон даими күҙәтеп, дөйөм милектәге конструкциялар (шул иҫәптән елләтеү каналдары, төтөн сығыу юлдары һәм башҡалар), сүп-сар сығарыу, һыу тәьминәте, биләмәне йыйыштырыу һәм башҡалар өсөн яуаплы булыр ине. Был осраҡта идарасы компания йорттарҙы тәртиптә тотоу, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе тапшырыу, ағымдағы һәм капиталь ремонт эштәрен башҡарасаҡ. Тариф бер квадрат метр өсөн 25 һум самаһы тәшкил итәсәк. Бынан тыш, торлаҡ милекселәре ширҡәтенә (ТСЖ) берләшеү мөмкинлеге бар. Әлеге ваҡытта районда бындай берҙән-бер ойошма теркәлгән – Аҡъяр ауылы Юбилей урамының 8-се “а” йортоноң ширҡәте һөҙөмтәле эш алып бара. ТСЖ аҙ сығымлы булыуы менән отошло. Торлаҡ хужалары йыйылған аҡсаны йортто һәм уның тирәһен төҙөкләндерергә, мәҫәлән, подъезды ремонтлауға, балалар баҡсаһы төҙөүгә һәм башҡаларға үҙ аллы йүнәлтә ала,– тип билдәләне Александр Юрьевич.

Йылылыҡ өсөн бурыстар арта бара

«Тепловик» предприятиеһы директоры Евгения Шпенькова үҙенең сығышында билдәләүенсә, Аҡъяр ауылында 1980 йылда төҙөлгән йылылыҡ трассаһының иҫкергән участкалары  йыл һайын яңыртыла, әммә ҡайһы бер участкалар капиталь ремонтлауҙы талап итә.

–5 һыу йылытыу ҡаҙанлыҡтары һәм төп ҡорамалдар 2011 йылда бинаны реконструкциялау барышында ҡуйылды. Ҡаҙанлыҡтарҙың хеҙмәт итеү ваҡыты үткән, предприятие уларҙы эш хәлендә тоторға тырыша. Йылылыҡ энергияһына тарифты Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты раҫлай. 2024 йылда ул 1 Гкал өсөн 1940 һум 95 тин (1 квадрат метрға – 66 һум 96 тин) тәшкил итте. 2025 йылдың 1 июленән – 1 Гкал өсөн 2259 һум 27 тин  (1 квадрат метрға – 77 һум 94 тин) тип билдәләнә йәғни 11,9%-ҡа артасаҡ. Әйтергә кәрәк, был тарифтар йылылыҡ энергияһын етештереү, йылылыҡ селтәрен һәм ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндереү өсөн йүнәлтелгән сығымдарҙы ҡапламай. Етмәһә фатир хужаларының бурыстары йылдан йыл арта бара. Ошоға бәйле Башҡортостан Хөкүмәте һәм Хәйбулла районы хакимиәте йыл һайын предприятиеға субсидия бүлә. Уның ярҙамында йыл һайын тәбиғи газ һәм электр энергияһы өсөн бурыстар ҡаплана, йылылыҡ селтәренең иҫкергән участкалары ремонтлана, – тине үҙенең сығышында Евгения Павловна.

Газ хужалығында талаптар ҡәтғиләшә

«Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең Сибай ҡалаһындағы филиалы Хәйбулла комплекслы хеҙмәте начальнигы Таһир Килдебаев  хәбәр итеүенсә, предприятие районда 9447 абонентты хеҙмәтләндерә. Шуларҙың 2043-ө – фатир хужалары.

–Һуңғы йылдарҙа көнкүрештә газ ҡулланыу менән бәйле бихисап авариялар теркәлеп, уларҙа күп кешеләрҙең ғүмере өҙөлдө.  Шунлыҡтан Рәсәй Хөкүмәте ҡулланыусыларға газ менән тәьмин итеүгә бәйле талаптарҙы ҡәтғиләштерҙе. Ошо талаптар нигеҙендә 2024 йылда бөтә күп фатирлы йорттарҙа техник хеҙмәтләндереү эштәре башҡарылған. Шул уҡ ваҡытта яңы тарифтарға ярашлы, был хеҙмәттәр өсөн хаҡтар кәмене.

Форстаттан файҙаланып, граждандарҙы мутлашыусылар хәйләләренән һаҡ булырға саҡырам. Мәҫәлән,  «Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәте исеменән газ ҡорамалдарының хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыу (диагностикалау) буйынса бөтә тәҡдимдәр (шылтыратыуҙар) ялған булып тора. Беҙҙең ойошма бындай хеҙмәттәрҙе күрһәтмәй. Беҙ газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонт, шулай уҡ алмаштырыу буйынса эштәр башҡарабыҙ.

Газ ҡоролмаларын файҙаланғанда елләтеү (вентиляция) каналдары булыуы – мотлаҡ талап. Елләтеү каналдарының техник торошон тикшереү,   уларҙы таҙартыу йылына кәмендә 3 тапҡыр башҡарылырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вентиляция системаһына йыш ҡына етди ҡарамайҙар, ә бит был көнкүрештә газ менән файҙаланғанда барлыҡҡа килгән фажиғәләрҙең төп сәбәбе булып тора. Шуға күрә талаптарҙы боҙған осраҡта беҙ өйгә газ биреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға мәжбүр булабыҙ, – тип сығыш яһаны Таһир Тәлғәт улы.

Электр энергияға түләү

Бер нисә һорау күп фатирлы йорттарҙың дөйөм ихтыяжына (ОДН)  сарыф ителгән электр энергияға түләүгә ҡағылды. Уларға «ЭСКБ» йәмғиәте Сибай территориаль бүлеге Хәйбулла клиент офисы етәксеһе Наталья Некрасова яуап бирҙе.

–Күп фатирлы йорттарҙың дөйөм ихтыяжына сарыф ителгән электр энергияға түләү дөрөҫ иҫәпләнһен өсөн һәр бер фатир буйынса счетчик күрһәткестәрен айҙың 23-сө көнөнә тиклем ебәреү мөһим. Ә электр энергия өсөн киләһе айҙың 10-сы көнөнә хәтлем түләргә мөмкин. Ай һайын счетчик күрһәткестәрен ҡулланыусы ебәрергә тейеш. Быны билдәле датаға тиклем фатирҙар буйынса йөрөп, йорт буйынса яуаплы вәкил дә башҡара ала. Әммә ҡайһы бер торлаҡ хужалары уларҙы һанға һуҡмай, счетчик буйынса күрһәткестәрҙе тапшырыуҙан баш тарта. Ә шунан түләүҙәрҙең артыуына зарлана.

Йорттарҙың дөйөм ихтыяжына сарыф ителгән электр энергия йортҡа ингән урында ҡуйылған хисаплау приборы буйынса иҫәпләнә. Дөйөм күрһәткестән һәр бер фатир хужалары тапшырған күрһәткестәр алынып, артабан улар араһында бүленә, – тине ул.

Иҫәпләү приборын ҡуйыу яҡшыраҡ

«Аквасервис» предприятиеһы директоры Эльвира Андреева   һыу менән тәьмин итеү һәм канализация, шулай уҡ тарифтар һәм түләүҙәр йыйыу буйынса мәғлүмәт бирҙе.

–2020 йылда булдырылған «Аквасервис» предприятиеһының төп маҡсаты – Аҡъяр һәм Бүребай ауыл биләмәләрен эсәр һыу һәм канализация менән тәьмин итеү. Ойошма 250 километрҙан ашыу дөйөм оҙонлоҡтағы һыу үткәргестәрҙе һәм 25 километр канализация селтәрен хеҙмәтләндерә. Әлеге ваҡытта был хеҙмәтттәр менән 15 меңдән ашыу торлаҡ хужалары һәм 170 ойошма-учреждениелар файҙалана. Һыу һәм канализация өсөн түләүҙәр Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан билдәләнгән тариф буйынса иҫәпләнә. Түләү өсөн сумманы кәметеү өсөн һәр бер йорт хужаһына тотонолған һыу күләмен иҫәпләү приборын мотлаҡ ҡуйырға һәм ай һайын күрһәткестәрҙе ебәреп торорға кәрәк. Сөнки бындай прибор булмаған осраҡта өйҙә теркәлгән кеше һаны буйынса иҫәпләнә, ә торлаҡта бер кем дә теркәлмәгән осраҡта – милек хужалары буйынса. 2025 йылдың 19 мартына ҡарата Аҡъяр һәм Бүребай ауыл биләмәләре халҡы предприятие алдында яҡынса 6,3 миллион һум бурыс тупланған. Ошоға бәйле уҙған йылда мировой судҡа 67 ғариза бирелде, – ти Эльвира Илдар ҡыҙы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас