Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2023, 11:35

ОЛО ӘБЕШ АУЫЛЫНЫҢ ДАНЛЫ ТАРИХЫ

Үҫәргән ырыуы кешеләре тарафынан нигеҙләнгән Оло Әбеш ауылы – Хәйбулла районының тарихҡа бай боронғо ауылдарҙың береһе. 

Әбеш ауылында һалам ҡыйыҡлы йорт
Әбеш ауылында һалам ҡыйыҡлы йорт

Оло Әбеш ауылы район үҙәге Аҡъяр ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 66 км алыҫлыҡта Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Фаразлауҙар буйынса, XVIII быуаттың икенсе яртыһында Үҫәргән улусы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе тархан Әбеш Аҡһаҡов исеме менән аталған. Шулай уҡ Әбүзәр (1806-1807 йылдарҙағы рус-прус-француз һуғышында ҡатнашыусы йорт старшинаһы Әбүзәр Илембәтов (1787–1859) исеме буйынса) булараҡ теркәлгән.

1974 йылда Барапал тауының тарлауығында Алтын Урҙа осоро археологик ҡомартҡыһы табыла, ул XIII-XIV быуаттарға ҡарай. Оло Әбеш хазинаһы 24 тимер әйберҙән тора, улар хәҙер мәктәп музейында һаҡлана.

Боронғолар һөйләүе буйынса, баҫҡынсыларға ҡаршы башҡорт отрядтарын етәкләгән Барапал, Ҡарасура һәм Аҡсура исемле батырҙар йәшәгән. Барапал батыр хөрмәтенә ауыл һыйынып ултырған тау исемләнгән, Ҡарасура батыр иҫтәлегенә яҡындағы һырт һәм йылға (Һаҡмарҙың уң ҡушылдығы) аталған, ә Аҡсура батырҙың исеме Ҡатралы йылғаһының Һаҡмарға ҡойған урындағы ауыл (хәҙер Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы составында) һәм йылға атамаларында мәңгеләштерелгән.

V ревизияһы мәғлүмәттәре буйынса, 1795 йылда Әбеш ауылында 18 йортта 97 кеше (49 ир-егет, 48 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпкә алынған. Шул уҡ ваҡытта 2 йорт булған тархан Әбешев утары айырым теркәлгән. Ауылда йәшәгән Әбсәләм Һөйәрғолов (1765–1812) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

1816 йылда 22 йортта 225 кеше (121 ир-егет, 104 ҡатын-ҡыҙ)  йәшәгән. Был ваҡытта Әбеш ауылы, Үтәғол, Сурай, Аҡсура ауылдары менән бергә, Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе 9-сы Башҡорт кантонының Әбүбәкир Көсөковтың командаһына ингән.

1816 йылда уҙған VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауылда түбәндәге ғаиләләрҙең йәшәүе теркәлгән:

  • йорт старшинаһы Әбүбәкер Көсөков (1783–?) һәм уның улдары   Ҡаһарман (1802–?), Ҡорманғәле (1807–?) һәм Саҙиҡ (1813–?) йәшәгән; Әбүбәкерҙең ҡустылары Усман һәм Ғүмәр (уның улдары Ғәбит һәм Айытбай); 
  • Әбеш ауылына нигеҙ һалыусының улы Исхаҡ Әбешев (1766–?); Исхаҡтың улдары: сотник  Йыһанбай Исхаҡов (1794–1851), Ейәнсура (1800—1861), Аллағыуат (1802–?), Ишмөхәммәт (1812—?) һәм Изге (1806—?) Әбешевтар;
  • Әбеш ҡарттың икенсе улы указлы мулла Байғаҙаҡ Әбешев (1769–?) һәм уның улдары Мөхәмәт, Әбделкәрим, Мөхәмәтшәриф (1814–?), Әбдрәхим (1799–?). 1859 йылда Әбдрәхим һәм Мөхәмәтшәриф Илембәтовтарҙың Хәлил (Байғаҙаҡ) ауылында йәшәүе теркәлгән;
  • Рысай (Ырыҫай) Алдаров (1731–?) һәм уның улдары Мөхәмәт, Йыһанбай, Үзбәк, Муллабазарбай, поход старшинаһы Әбүзәр Илембәтов (1787—1859). Рысайҙың улдары Мөхәммәт, Муллабазарбай һәм Әбүзәр Рысаев йәки Алдаров түгел, ә Илембәтов фамилияһы менән яҙып алынған. Мөхәммәттең улы Ибраһимдан хәҙерге Ибраһимовтар нәҫеле таралған. Ибраһим Мөхәммәт улы Илембәтов (1789–1859) 70 йәшендә Әбештә вафат булған, был саҡта ауылда уның Ғәҙелша (1828–?) һәм Ибенйәмил (1831–?) исемле улдары йәшәгән. Яңыбай Рысаевтың (1764–?) улдары башлыса Рысаев фамилияһы менән теркәлгән. Ә Үзбәк Рысаевтың улдары Усман (1802–1859), Рәхмәтулла (1807–?) һәм Ишморат (1818–?) Үзбәков фамилияһын йөрөткән. 1859 йылғы ревизияла Рәхмәтулла Үзбәковтың улдары Ҡунаҡҡужа (1829–?), Игдәүләт (1837–?), Ырыҫдәүләт (1843–?) һәм ҡыҙҙары Зәлифә һәм Әлифә; Ишморат Үзбәковтың ҡыҙҙары Ишбикә һәм Өммөкамал иҫәпкә алынған.  Хорунжий Йәрмөхәмәт Үзбәков Ырымбур линияһын һаҡлауҙа хеҙмәт итә, төрлө походтарында ҡатнаша, Император һарайында ҡымыҙ әҙерләй.
  • Мостафа Юлтимеров (1752–1816) һәм уның улдары Лоҡман (1788–?), Әбделмән (1798–?), Ғәбделлатиф (1802–?), Ғәбделғәфәр (1806–?) һәм Хәсән (1809–?);
  • Атанғол Мәмбәтов (1731–1816) һәм уның улдары Хөсәйен, Исмәғил һәм Ишмырҙа;
  • Әхмәт Боҫҡонов (1755–?) һәм уның улы сотник Исмәғил (1780–?);
  • Торош Аҙыбаев (1765–?); Ниғмәтулла Йомашев (1764–?); Ҡансура Боҫҡонов; Сәйфулла Тимеров; Изге Мәмбәтов; Үтәш Тимербулатов; Муса Ысмаҡов; Сәйфулла Назаров (1776–?); Юлғотло Ярғолов; Ғәбдерәшит Ҡаҙышов; Ғәбделхалиҡ Тимеров;
  • 1812 йылғы Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған Әбсәләм Һөйәрғоловтың (1765–1812) улдары Әбделваһап, Әбделбасир һәм Әбделкәрим.

1816 йылдан һуң Әбүбәкер Көсөков, йорт старшинаһы Исхаҡ Әбешев, Боҫконовтар, Ильяс Торошев, Ғәбделсәлим Хәмитов  боронғо аҫаба ерҙәренә, Гөбөрлө йылғаһы үҙәненә күсеп килә һәм Әбүбәкер (2-се Әбеш) ауылына нигеҙ һала. Ә указлы мулла Байғаҙаҡ Әбешевтың вариҫтары Хәлил (Байғаҙаҡ) ауылына күскәндәр.

1859 йылда был ауылда 38 йорт хужалығында 353 башҡорт (184 ир-егет, 169 ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе теркәлгән. Был ваҡытта Әбеш, Сурай, Ибраһим, Арыҫланғол, Наҙарғол, Аҡсура һәм 1-се Йомағужа ауылдары Сурай ауыл йәмғиәтенә (үҙәге – Сурай ауылы) ҡараған. Үҙ сиратында Сурай ауыл йәмғиәте 3-сө башҡорт катнтонының 9-сы йортона ҡараған.

XIX быуат аҙағында ауыл кешеләре Бәләкәй Әбеш (Төрткән), ә 1927 йылда Күсей (Сәлихйән) ауылдарына  нигеҙ һалған. Бәләкәй Әбеш барлыҡҡа килгәс, төп ауылдың исеме рәсми рәүештә Оло Әбеш ауылы тип үҙгәртелгән.

Һаҡмар йылғаһы буйындағы Әбеш (Әбүзәр) ауылында 1866 йылда 40 йортта 327 кеше (164 ир-егет, 163 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән. 1892 йылда – 270 кеше (70 йортта);  1900 йылда — 214 кеше; 1917 йылда – 580 кеше (92 йортта); 1920 йылда — 503 кеше (88 йортта 256 ир-егет, 247 ҡатын-ҡыҙ); 1939 йылда — 483 кеше; 1959 йылда —  436 кеше; 1989 йылда — 471 кеше; 2002 йылда — 460 кеше; 2010 йылда — 424 кеше; 2023 йылда — 307 кеше иҫәпкә алынған.

Борон-борондан ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. XIII-XIV быуаттарға ҡараған Оло Әбеш хазинаһы 24 тимер әйберҙән тора (шул иҫәптән 14 ураҡ, 3 салғы һәм башҡалар), был шул осорҙа уҡ урындағы халыҡтың игенселек менән шөғөлләнеүен дәллиләй.

1900 йылда ауылда мәсет һәм һыу тирмәне булыуы теркәлгән.   Оло Әбештә беренсе коммуна 1927 йылда Ниғмәт Шәрипов етәкселегендә ойошторола. Ул ете ғаиләне берләштергән. 1928 йылда уның нигеҙендә Фрунзе исемендәге колхоз булдырыла, етәксеһе итеп Ниғәмәт Күскилдин тәғәйенләнә. Шул уҡ йылда беренсе партия ячейкаһы ойошторола, уның рәйесе итеп колхоз етәксеһе һайлана. 1929 йылда комсомол ойошмаһы барлыҡҡа килә, секретары итеп Ғәйнелхаҡ Әминев тәғәйенләнә.  1931–1934 йылдарҙа эргә-тирәләге тораҡ пункттарҙың хужалыҡтары «Ҡыҙыл Һаҡмар» колхозына берләшә. Уның тарҡалыуынан һуң ауыл халҡы «Берлек» колхозында эшләй. 1953 йылда бер нисә хужалыҡ «Һаҡмар» колхозына берләшә, ул 1994 йылға тиклем эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Әбеш ауыл советынан 337 кеше фронтҡа китә, уларҙың 142 яугиры еңеү менән ҡайта. 195 кеше һуғыш яландарында ҡала, улар араһында Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин да бар.

Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1971 йылдың 2 июлендәге 316-сы һанлы «Шайтантау дәүләт заказнигын булдырыу тураһында» ҡарары менән Хәйбулла урман хужалығының Үҫәргән урмансылығы базаһында Шайтантау заказнигы  ойошторола. 

Әбеш ауыл Советының тәүге бинаһы
Әбеш ауыл Советының тәүге бинаһы

ӘҘӘБИӘТ

  1. Рахимов Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района // Ватандаш. – 1998. – № 9. – С. 18–42.
  2. Рәхимов Р. Хәйбулла ауылдары. – Магнитогорск, 2020. – 316 бит. – 31–41-се биттәр.
  3. Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 648 с. 
  4. История башкирских родов. Усерган. Том 35. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: НОЦ «История башкирского народа» ИИГУ БашГУ; Белая река, 2019. — 704 с.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: