Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Август 2022, 16:02

Һаҡмар буйындағы был тарихи ҡомартҡы ниндәй серҙәрен һаҡлай?

  

Таһир Юнысовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән Һаҡмар буйындағы был тарихи ҡомартҡы ниндәй серҙәрен һаҡлай?
Һаҡмар буйындағы был тарихи ҡомартҡы ниндәй серҙәрен һаҡлай?Фото:Таһир Юнысовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән

Хәйбулла районы Бәләкәй Әбеш (Төрткән) ауылына ингән урында ҡулса формаһындағы ғәҙәти булмаған таш ҡаршылай. Унда француз телендәге яҙмаға ярашлы, был тирмән ташының Франциянан Ла Ферте-су-Жуар ҡалаһынан килтерелгән тип әйтергә мөмкин. Билдәле булыуынса, борон Һаҡмарҙа һәм уның ҡушылдыҡтарында бихисап һыу тирмәндәре эшләүе билдәле. Ҡайһы бер урындарҙа әле лә уларҙың нигеҙҙәрен осратырға мөмкин.

Таш сығарыуҙың баш ҡалаһы Ла Ферте-су-Жуар тирмән таштары етештереү өсөн бөтә донъяға 16 быуаттан алып 19 быуатҡа тиклем билдәле булған, уның карьерҙарында сығарылған таштың иҫ киткес ҡатылығы һөҙөмтәһендә был таштар бөтә донъя өсөн ваҡлау таштары һәм тирмән таштары етештереү өсөн хеҙмәт иткән. Хәҙер был таштарҙы бөтә Европала, Америкала һәм хатта Яңы Зеландияла табалар.

 

 

Һаҡмар буйындағы был тарихи ҡомартҡы ниндәй серҙәрен һаҡлай?
Һаҡмар буйындағы был тарихи ҡомартҡы ниндәй серҙәрен һаҡлай?
Автор:
Читайте нас: