Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
3 Декабрь 2023, 10:59

ШАЙТАНТАУ – ХӘЙБУЛЛАНЫҢ ХОЗУР ТӘБИҒӘТ ЫНЙЫҺЫ

    

Фаяз Әбделмәнов (AbdulmenovFayaz) Википедия (Файл доступен по лицензии Creative Commons Attribution-Share Alike 4.0 International) Һаҡмар йылғаһы үҙәне
Һаҡмар йылғаһы үҙәнеФото:Фаяз Әбделмәнов (AbdulmenovFayaz) / Википедия (Файл доступен по лицензии Creative Commons Attribution-Share Alike 4.0 International)

ШАЙТАНТАУ ЗАКАЗНИГЫ — һунар йәнлектәре, һирәк осраған хайуан һәм үҫемлек төрҙәре популяцияһын һаҡлау маҡсатында ойошторолған төбәк әһәмиәтендәге дәүләт зоологик тәбиғәт заказнигы.  Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылынан көнбайышҡа табан 32,5 км алыҫлыҡта Йылайыр яйлаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә, Шайтантау тау массивында урынлашҡан.  

ТАСУИРЛАМАҺЫ

Шайтантау заказнигы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1971 йылдың 2 июлендәге 316-сы һанлы «Шайтантау дәүләт заказнигын булдырыу тураһында» ҡарары менән Хәйбулла урман хужалығының Үҫәргән урмансылығы базаһында ойошторола. Дөйөм майҙаны 23994 гектар (2010 йылға тиклем – 30500 гектар),   территорияһының 67,5 %‑ын урман ҡаплаған.  

Заказниктың тәбиғәт комплексы имәнлек урман-далаһы менән ҡапланған, Һаҡмар йылғаһы киҫеп үткән Шайтантау массивын үҙ эсенә ала. Тау имәнлектәре төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәрен биләй, көньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәре һырттарҙағы дала ҡыуаҡлыҡтары менән алмашыныусы ташлы дала менән ҡапланған. Болонло далалар йылғаның террасаһын биләй. Үҙәндәрҙә ерек, муйыл, тирәк әрәмәлектәре үҫә.  

Заказник биләмәләрендә 60-ҡа яҡын һөтимәрҙәр төрө йәшәй, шуларҙың 55 төрө — һунар йәнлектәре, шулай уҡ 190-дан ашыу ҡош төрө, Һөйрәлеүселәрҙең 5, ер-һыу хайуандарының 2, күбәләктәрҙең 138 төрө бар. Мышы, ҡабан, ҡоралай, айыу, төлкө, һеләүһен, бурһыҡ, һыуһар, Америка шәшкеһе, ҡама, йәтсә, йылға ҡондоҙо, аҡҡуян, һуйыр, ҡор, сел, ҡурпысыҡ, һыу ҡоштары бар. 

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән төрҙәрҙән — мөншөгөр, ябай осар тейен, бөркөт, өкө, дала ҡара йыланы, һыу туҙбаш йыланы, йөклө күбәләк, махаон, подалирий, суфый сиңерткә, бәрҙе, ҡыҙыл балыҡ, йылға бағыры һәм башҡалар. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына индерелгән алтай етенүләне, Биберштейн тюльпаны, бүлбеле бесәй үләне, Гельм астрагалы, ике башаҡлы эфедра, ҡыя һуған, урал ҡәнәфере, шиңмәҫгөл, шифалы бесәй үләне, энәле ҡәнәфер һәм башҡалар үҫә.  

Фаяз Әбделмәнов (AbdulmenovFayaz) Википедия (Файл доступен по лицензии Creative Commons Attribution-Share Alike 4.0 International) Иҫәнтеүәл тауы
Фаяз Әбделмәнов (AbdulmenovFayaz) Википедия (Файл доступен по лицензии Creative Commons Attribution-Share Alike 4.0 International) Шайтантау заказнигында һаҙлыҡ
Фаяз Әбделмәнов (AbdulmenovFayaz) Википедия (Файл доступен по лицензии Creative Commons Attribution-Share Alike 4.0 International) Шайтантауҙа ҡушылып үҫкән имәндәр
Фаяз Әбделмәнов (AbdulmenovFayaz) Википедия (Файл доступен по лицензии Creative Commons Attribution-Share Alike 4.0 International) Шайтантау тау массивы
Иҫәнтеүәл тауыФото:Фаяз Әбделмәнов (AbdulmenovFayaz) / Википедия (Файл доступен по лицензии Creative Commons Attribution-Share Alike 4.0 International)

АТАМАҺЫ

«Үҫәргәндәр» легендаһында башҡорттарҙың монголдарға ҡаршы күп йыллыҡ көрәше хаҡында бәйән ителә: «Һарыҡташ менән Ҡыуандыҡ араһында Һаҡмар үренә тау һырттары һуҙыла. Шунда айырыуса ҡан ҡойошло һуғыштар барған. Шайтантау йәғни «Яутүбә» тиҙәр был тау теҙемдәрен. Атама шул осорҙарҙан һаҡланып ҡалған… Бер ваҡыт үҫәргәндәргә… ҡара сиңерткә яуылай монгол ҡәбиләләре һөжүм иткән. Яйыҡ һәм Һаҡмар үҙәндәре өҫтөндә үҫәргәндәрҙең һаҡсы постары һәм ҡәлғәләре булған. Ошо урында улар монголдарҙы ҡаршы алған да инде. Бик күп аяуһыҙ ҡаты алыштар булып үткән. Ике яҡтан да бик күп кеше үлтерелгән. Дөрөҫөрәге, нығытылған һаҡлаулы ерҙә алышҡан үҫәргәндәр дошманына ҡарағанда күпкә аҙыраҡ яугирын юғалтҡан… Ҙур ҡыйынлыҡ менән ҡәлғә кеүек һаҡлау постары нығытмаларҙы баҫып алған монголдар өс сиктә туҡтап ҡалған…». Ә икенсе башҡорт риүәйәтендә был нығытмаларҙың һүрәтләнеше килтерелгән: «Борон беҙҙең ата-бабалар ҡытайҙар (монголдар) менән һуғышҡан. Ҙур бер соҡор ҡаҙғандар, уны тирә-яғына өйөм булдырғандар, өҫтөнән ҡолғалар һәм бүрәнәләр теҙгәндәр, шунан туҙ һәм ер менән ҡаплағандар — һәм ышаныслы нығытма килеп сыҡҡан. Ә ҡалдырылған тар тишектәрҙән дошманға атырға мөмкин булған. Башҡортса был ҡәлғә маса тип аталған.

ӘҺӘМИӘТЕ

Заказник ҡырағай хайуандарҙың хужалыҡ, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙә ҡиммәтле төрҙәрен, шулай уҡ һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған төрҙәрен, уларҙың йәшәгән мөхитен һаҡлау, үрсетеү һәм уларҙың һанын тергеҙеү һәм тәбиғи берләшмәләрҙең бөтөнлөгөн һаҡлау маҡсатында булдырылған. Заказник һунар йәнлектәре фаунаһы төрҙәрен, осар тейен, бесәнсе ҡомаҡ, һөҙһөт, күк ҡарға, ҙур көйөлдө, Бутлеров әберсен күбәләге кеүек хайуандарҙың һирәк осрай торған төрҙәрен һәм башҡаларҙы һаҡлай.  

ӘҘӘБИӘТ

* Шайтантау // «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»).

* Шайтантау заказнигы// Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

* Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 648 с. 

* Едренкина Л. А., Позднякова Э. П. Шайтантау // Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. – Изд.2-е, перераб. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — С. 337. — 414 с.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: