Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Апрель 2022, 09:52

Ҡурҡыу белмәҫ Ҡәйүм

Тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында райондан 300-ән ашыу яугир һуғышҡан. Шулар араһында яҡташыбыҙ - Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин айырым урын биләй.

Ҡурҡыу белмәҫ Ҡәйүм
Ҡурҡыу белмәҫ Ҡәйүм
Данлы дивизияның 3860 яугиры төрлө ордендар һәм миҙалдары менән бүләкләнгән, шул иҫәптән 5-һе Дан орденының тулы кавалеры була, ә 78-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында райондан 300 ашыу яугир һуғышҡан. Шулар араһында яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин айырым урын биләй.

Уның биографияһын яҡындан өйрәнеү маҡсатында, ҡаһарман яугирҙың ҡыҙы – Флүрә Аралбаеваның өйөнә юлландыҡ. Ул фатирында атаһына арнап тотош музей мөйөшөн булдырған һәм унда герой тураһында төрлө мәғлүмәттәр, китаптар, фотографиялар туплаған.

Шәжәрәһе
Тәү сиратта стенаға эленеп ҡуйылған Ҡәйүм Хәбибрахман улының 8 быуындан торған шәжәрәһе күҙгә ташланды. Бында уның ата-бабалары – Иҫке Абҙан ауылының (хәҙерге Башҡортостандың Благовар районы) аҫаба башҡорттары Фәйзулла Зөбәйеров (1753 йылғы) һәм уның атаһы Зөбәйер күрһәтелгән. «Башҡорт энциклопедияһы»нда башҡорттарҙың ҡаңлы ырыуы вәкилдәре үҙ аҫаба ерҙәрендә ауылға нигеҙ һалған тип яҙылған. Әйткәндәй, Әхмәтзәки Вәлиди «Башҡорт тарихы»нда үҫәргәндәрҙең сығышын ҡаңлылар менән бәйле булыуын билдәләй. Геройҙың вариҫтары төҙөгән шәжәрәне лә ҡыҫҡаса килтерәйек: Зөбәйер → Фәйзулла Зөбәйеров (1753 йылғы) → Әхтәм Фәйзуллин (1812 йылғы) → Әхмәтша Әхтәмов (1841 йылғы) → Хәбибрахман Әхмәтшин (1876 йылғы) → Ҡәйүм Әхмәтшин.

Биографик мәғлүмәттәргә килгәндә, Ҡәйүм 1909 йылдың 7 июлендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусы Ҡара Көсөк (Яңауыл) утарында Хәбибрахман һәм Мәрзиә Әхмәтшиндар ғаиләһендә донъяға килгән. Һуңыраҡ Хәйбулла районының Әбеш ауыл Советына ҡараған был тораҡ пункт 1950-се йылдар урталарында юҡҡа сыҡҡан.
 
 
 
Тулы мәҡәлә менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең биттәрендә танышырға мөмкин.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: