Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2023, 19:10

Әбүбәкер йәки Гөбөрлө буйындағы Әбеш

Әбүбәкер (башҡа атамалары — 2-се Әбеш, Ҡасаҡ) — Ырымбур өлкәһе Гай (Хәлил) районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл. Гөбөрлө йылғаһы буйында урынлашҡан был ауылдың тарихы Оло Әбеш ауылының үткәне менән тығыҙ бәйле булған.

Гөбөрлө буйындағы ауылға үҫәргән ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. XVIII быуатта Яйыҡ буйы далаларында йәшәгән башҡорттар таулы-урманлы төбәктәргә күсергә мәжбүр була. Был башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында башҡорт ауылдары тулыһынса яндырылыуына бәйле. Әммә күп йылдар үтһә лә, башҡорттар үҙ аҫаба ерҙәрен онотмайҙар һәм уларҙы һаҡлау маҡсатында кире Гөбөрлө тауҙарына күсәләр.

1816 йылдан һуң Гөбөрлө йылғаһы буйына Әбеш (Әбүзәр) ауылынан йорт старшинаһы Әбүбәкер Көсөков, йорт старшинаһы Исхаҡ Әбешев, Боҫҡоновтар ғаиләһе, Ильяс Торошев  боронғо аҫаба ерҙәренә, Гөбөрлө йылғаһы үҙәненә күсеп килә һәм Әбүбәкер (2-се Әбеш) ауылына нигеҙ һала. Әбүбәкер Көсөков хөрмәтенә атала.

Ошо ауылда Ҡунаҡҡужа Искәнйәров йәшәгән. Ул  8-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашҡан.  «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары менән наградланған.

Шулай уҡ Әбеш ауылына нигеҙ һалыусының вариҫтары — Исхаҡ Әбешевтең бөтә балалары ошо ауылда йәшәгән:

  • отставкалағы зауряд-есаул Йыһанбай Исхаҡ улы Әбешев (1793—1851) һәм уның улы Буранбай (1814—1854), ейәндәре Ҡунаҡбай, Сәфәрғәле һәм Йосоп;
  • Ейәнсура Исхаҡ улы Әбешев (1800—1861);
  • Аллағыуат Исхаҡ улы Әбешев (1802—?);
  • Ишмөхәммәт (1812—?);
  • Изге (1806—?).

1858 йылда Әбеш ауылынан Ғәбдесәләм Хәмитов, Сабаҡлы ауылынан Ҡоҙаш Игебаев, Хәлил ауылынан Әбделкәрим Байғаҙаҡов ғаиләләре менән Әбүбәкер ауылына күсерелә.

1859 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 32 йортта 241 кеше (138 ир-егет, 103 ҡатын-ҡыҙ) көн күргән. Бында Әбеш ауылынан күсеп килгәндәрҙең вариҫтары иҫәпкә алынған: Исхаҡ Исмәғилев (1808—?; Әхмәт Боҫҡоновтың ейәне) һәм уның улы аҙансы Яҡуп Исмәғилев (1836—?); Әбүбәкер Көсөковтың улы  урядник Ҡаһарман (1802–?); Ғүмәр Көсөковтың улдары Ғәбит һәм Айытбай; Ильяс Торошов (1787—1856). 

1863 йылда Әбүбәкерҙән Хәлил ауылына Исхаҡ Исмәғилов ғаиләһе менән күсерелә. 1863 йылда Сабаҡлы ауыл йәмғиәтенең Әбүбәкер, Сабаҡлы, Ишбирҙе, Үҙәмбай ауылдары башҡорттарының йәйләүҙәре Кесе Ҡаялы йылғаһы башынан Үлмәҫ-Үлгән йылғаһының тамағына тиклем, Үлмәҫ-Үлгән тамағынан Душа-Клиряк-Тапкан шишмәһенең инешенә ҡарай Саҡман убаһына тиклем, унан һуң Оло Ҡаялы йылғаһында һәм унан түбәнге ағымында Бөгөл урынына тиклем һуҙылған Әсетулла күленә ҡарай, Бөгөлдән йәнә Кесе Ҡаялы йылғаһының башына тиклем тип һуҙылыуы тасуирланған.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. Хәлил (Гай) районы составында була. 1950-се йылдар аҙағында ауыл юҡҡа сыҡҡан.

Әҙәбиәт

  1. Рәхимов Р. Хәйбулла ауылдары. – Магнитогорск, 2020. – 316 бит. – 31–41-се биттәр.
  2. История башкирских родов. Усерган. Том 35. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: НОЦ «История башкирского народа» ИИГУ БашГУ; Белая река, 2019. — 704 с.
  3. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 65—66. — 184 с.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: