«Барапал»мы әллә «Пропал»мы?
Уҙған йылдың август айында райондың бер нисә урынында урман янғындары ҡоторҙо. Был осорҙа Әбеш-Вәзәм яҡтарына ла юл төштө.
Республиканың төрлө төбәктәренән килгән бер нисә ирекмәндәрҙе лә осратып, аралашып та өлгөрҙөм. Шуларҙың береһе Нефтекама ҡалаһынан килгән ине, уның урындағы ер-һыу атамалары менән таныш белеүе аптыратҡайны. Баҡтиһәң, ул ҡайҙа ғына барһа ла урындағы ер-һыу атамаларын, уларҙың тарих-риүәйәттәрен белешергә тырыша икән. Әңгәмәсем шуларҙың береһен анализлап, бер нисә башҡорт ауылын үҙ итәгенә һыйҙырған ғәйәт ҙурлыҡтағы тауҙы «пропал» тигән урыҫ һүҙенән барлыҡҡа килеүенә шик белдерҙе. Һәм был легенданың яңыраҡ уйлап сығарылғандыр тигән фекерен әйте.
Киң таралыу алған шул легенданы ла ҡыҫҡаса килтерәйек: «Борон бер урыҫтың аты булған. Шулатын тау артын атышап ебәргән. Ат тау аръяғындағы Һаҡмарға барып төшкән. Урыҫ атын тапмағас: "Пропал", – тигән. Шунан инде тау "Барапал тау" тип йөрөтөлә».
Ысынлап та, был легендаға, тауҙың атамаһы урыҫ һүҙенән килеп сығыуына, “Пропал” һүҙенең “Барапал”ға күсеүенә күптәр шикләнеп ҡарай, әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн күптәр уны аңлатыусы башҡа версияларҙы белмәй.
1968 йылғы яҙма
Был саҡта 1968 йылдағы фольклор экспедицияһы яҙмаларына мөрәжәғәт итергә булдым. Шул йылдың 29 июлендә Ҙур Әбеш ауылында йәшәүсе 61 йәшлек Әхмәтғәле Әхмәтвәли улы Хәйбуллиндан Башҡорт дәүләт университеты студенты Зәкиә Халикова ер-һыу атамалары тураһында яҙып алған. Урындағы диалект формаһында бирелгән был материалды килтерәйек:
«Башҡорт халҡын әүәл заманда (1880-се йылдар тирәһендә) ҡаҙаҡ халҡы иҙгән. Башҡорт халҡының Ҡарасура, Аҡсура, Барапал исемле батырҙары булған. Улар өсөһө бер туған булғандар. Барапал батыр һырт яҡтан килгән яуҙы ҡаршы асырға ятҡан, ә Ҡыуандыҡ яғынан килгән яуға Аҡсура ҡаршы торған. Яу Сура яғынан килгән. Килә ятҡан яу ирләрҙе үлтереп ҡатынларын, балаларын әсир алып, малларын әйҙәп алып киткән. Яу башында атҡа атланып ҡаҙаҡ батыры килгән. Ҡарасура батыр уға уҡ-һаҙаҡтан атҡан. Уҡ ҡаҙаҡ батырының күкрәген үтә сығып, теге атынан ҡолап төшкән. Ул: "Әлхәсил, беҙ бында бара алмайбыҙ. Бында уҡ-һаҙаҡтан шәп атҡан кешеләр йәшәй", – тигән. Яу кире әйләнеп ҡайтҡан. Шулай итеп, башҡорт халҡы иркенләп Һаҡмар буйына килеп йәшәй башлаған.
Иң беренсе булып килеп йәшәй башлаған. Иң беренсе булып йорт һалыуҙы Әбүзәр тигән ҡарт башлаған. Шунан ауыл Әбүзәр тип атала башлаған. Һуңғы йылдарҙа яҙыу-һыҙыу эшендә уңай булһын өсөн Әбеш тип йөрөтөлә башлаған. Ауыл тауҙар араһында ултырған. Һәр тауҙың үҙенең тарихы бар.
Бер тауҙа ҡаҙаҡтарҙан ҡасып йәшеренгән башҡорт халҡы йәшәгән. Улар янына килеп: "Иҫәнмеһегеҙ, теүәлмеһегеҙ", – тип сәләм бирер булғандар. Шуға ул тауҙы Иһән-теүәл тауы тип йөрөтә башлағандар.
Сирмеш тауы. Был тауҙа мариецтәр яландан ҡасып килеп йәшәгән. Шуға тау Сирмеш тип исемләнгән.
Ҡарасура йылғаһы. Ҡарасура батыр йылға яғынан килгән яуҙы көтөп ятыр булған. Ҡаҙаҡ яуын кире ҡайтарғас уның башы һаулыҡҡа туймай, шул йылға буйында үлеп ҡалған. Ул ауырыған сағында ошо йырҙы йырлап йөрөгән:
Ҡарасура һинең эй буйыңдан
Ҡарлығандар тирҙем яулыҡҡа.
Быйыл ғына йәйҙең буйларында
Бер туйманы башым һаулыҡҡа».
Батырҙар төйәге
Күренеүенсә, үрҙәге яҙмала Барапал батыр тигән шәхес телгә алына. Әйтергә кәрәк, борон башҡорттарҙа батыр хәрби ҡаҙаныштар өсөн бирелгән хөрмәтле исем булған. Батырҙар һуғыштар һәм сапҡындар ваҡытында яугирҙар отрядын етәкләгән, күптәре башҡорт ихтилалдарының юлбашсыһы булған. Ниндәй генә ҡатмарлы осорҙар булмаһын, батырҙарҙың исемдәре онотолмаған, улар шулай уҡ халыҡ ижады әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. Өҫтәүенә башҡорттарҙа билдәле шәхескә арнап, ауылдарҙы, ер-һыуҙарҙы исемләү айырыуса киң таралыу алған. Миҫал өсөн алыҫҡа ла барырға кәрәкмәй, үрҙә килтерелгән яҙмала телгә алынған Ҡарасура батыр иҫтәлегенә яҡындағы һырт һәм йылға (Һаҡмарҙың уң ҡушылдығы) аталған, ә Аҡсура батырҙың исеме Ҡатралы йылғаһының Һаҡмарға ҡойған урындағы ауыл (хәҙер Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы составында) һәм йылға атамаларында мәңгеләштерелгән.
Барапал батыр ҙа тыуған ерен һаҡлау өсөн баҫҡынсыларға ҡаршы күтәрелгән яугирҙарҙың етәкселәренең береһе булған. Шулай булғас, уның хөрмәтенә әллә ҡайҙан күренеп торған ҙур тауҙың аталауы бәхәсһеҙ күренә.
Әүәл заманда...
1968 йылғы яҙманы анализлағанда шуға ла иғтибар итәйек, “әүәл заманда” тигәндән һуң йәйә эсендә “1880-се йылдар” тип күрһәтелгән. Ә тарих күҙлегенән ҡарағанда, башҡорттар менән ҡаҙаҡтар араһында һуңғы ҙур низағтар XVIII быуаттың икенсе яртыһында теркәлгән. Билдәле булыуынса, 1755-1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы барышында баш күтәреүселәр ҡаҙаҡтар менән бәйләнеш булдыра, күптәр ғаиләләре менән ҡаҙаҡ далаларына юллана. Әммә батша хөкүмәте, мишәрҙәр һәм татарҙарҙан тыш, ҡаҙаҡтарҙы ла ихтилалды баҫтырыуға йәлеп итеүгә ирешә. Һөҙөмтәлә ҡаҙаҡтарҙа йәшеренгән 50 мең ихтилалсының һәм уларҙың ғаилә ағзаларының 12—15 мең самаһы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Был осорҙа күп башҡорт ауылдары туҙҙырыла һәм яндырыла...
Әйткәндәй, «Башҡорт ырыуҙары тарихы. Үҫәргән» (35-се том, 2-се киҫәк, 177-се бит) ғилми баҫмаһында Аҡсура батырҙың мөмкин булған вариҫтары телгә алына. 1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә Аҡсура ауылында 70 йәшлек Тәнгиҙ Аҡсурин (Тянгиз Акчюрин) теркәлгән – ул Аҡсура батырҙың улы булыуы ла ихтимал. Шулай булғанда Аҡсура, Ҡарасура, Барапал батырҙар XVIII быуатта йәшәүе асыҡлана. Бәлки, улар 1755-1756 йылғы башҡорт ихтилалында ҡатнашып, батша хөкүмәте яғында һуғышҡан ҡаҙаҡтарҙың һөжүмен кире ҡағырға ирешкәндәр.
Нисек кенә булмаһын, тыуған ере, халҡы өсөн яуға күтәрелгән Барапал, Аҡсура, Ҡарасура батырҙарҙың ҡаһарманлығы тураһындағы хәтирәләр быуындан быуынға күсеп килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күптәр балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, башҡа яҡтарҙан килгән ҡунаҡтарға һаман шул “Пропал”ды һөйләүен дауам итә, ә батырҙар тураһында ләм-мим, бер һүҙҙә юҡ...