Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2023, 18:43

Әбештең "төньяҡ амурҙары"

Башҡорттарҙың француздарға ҡаршы тәүге һуғышы Пруссия ерендә 1806 – 1807 йылдарҙа була.  Француздар, беҙҙең халыҡтың батырлығын һәм уҡтан мәргән атыуын күреп, уларҙы “төньяҡ амурҙары” тип атай.

Әбеш ауылынан Әбүзәр Мөхәмәт улы Илембәтов 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғышында, ә Әбсәләм Һөйәрғолов (?–1812) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Әбүзәр Мөхәмәт улы Илембәтов (1787—1859) — 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғышында ҡатнашыусы.

Әбүзәр Мөхәмәт улы Илембәтов Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы   Әбеш ауылында йәшәгән.

1805 йылдың 1 майынан казак булараҡ, Ырымбур сик буйы линияһын һаҡлаған. 1805-1807 йылдарҙа 1-се Башҡорт полкы состаында хеҙмәт итә.

1807 йылда 1-се Башҡорт полкы составында Рус-прусс-француз кампанияһында ҡатнаша. Француздарға ҡаршы Аустерлиц янындағы ҡаты алышта ҡатнашҡан.

1809 йылдың 1 ғинуарында зауряд-есаул званиеһын ала. 1809 йылдан — Сурай йорт старшинаһы.

1811 йылда мөһим сауҙа каруанын һаҡлап, оҙайлы сәфәрҙә була. 1814 йылда ҡаҙаҡтарға ҡаршы ойошторолған хәрби походтарҙа ҡатнаша.

1818 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә.

1820 йылдың 11 майынан йорт старшинаһы вазифаһын үтәй.

Ғүмеренең аҙағынаса Әбеш ауылында йәшәгән, уның хөрмәтенә ауыл Әбүзәр тип тә йөрөтөлгән. 1859 йылда вафат булған һәм ошонда уҡ ерләнгән.

Әбүзәр Илембәтовтың ҡатындары — Ҡунаҡбикә, Бәлхиә һәм Хәҙисә; улдары — Ҡотлоәхмәт, Шәрәфетдин, Абдулманнан һәм Хажмөхәмәт; ҡыҙҙары — Ғәмбәрә, Барсын һәм Ғәйшә.

  

Әбсәләм Һөйәрғолов (1765–1812) — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Әбсәләм Һөйәрғолов Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы   Әбеш ауылында йәшәгән. Ауылда шулай уҡ уның улдары Әбделваһап, Әбделбасир һәм Әбделкәрим.

Әбсәләм Һөйәрғолов 1812 йылғы Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған.

Әҙәбиәт

  • Рәхимов Р. С. Хәйбулла ауылдары. – Магнитогорск, 2020. – 316 бит. – 38–39-сы биттәр.
  • Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 107. — 272 с.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: