Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
17 Август 2022, 20:56

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн алты пенсия льготаһы

    

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн алты пенсия льготаһы
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн алты пенсия льготаһы
Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың махсус тәғәйенләнеше бөтәһе тарафынан да таныла, шуға күрә гүзәл заттарҙың пенсия тәьминәте йәһәтенән өҫтөнлөктәргә эйә булыуы берәүҙе лә ғәжәпләндермәй.

Советтар Союзында 1929 йылда ҡартлыҡ буйынса пенсия ғәмәлгә индерелгәс, ҡатын-ҡыҙҙарға ир-егеттәргә ҡарағанда хаҡлы ялға биш йылға иртәрәк, 55 йәштә, сығыу хоҡуғы бирелә. Бәхеткә күрә, күптән түгел булған реформа йомғаҡтары буйынса был яҡшы күренеш һаҡлап ҡалынды: пенсияға сығыу йәше арттырылһа ла, гүзәл заттың пенсия йәше көслө заттыҡынан биш йылға кәмерәк булып ҡала.

 

Алты льгота иҫәбенә нимәләр инә?

 

1. Балалы ҡатындар пенсияға алдараҡ сыға

Законда балалы әсәләрҙең ҡартлыҡ буйынса пенсияға дөйөм билдәләнгәндән иртәрәк сығыу хоҡуғын раҫлаған нигеҙҙәр бар. Әгәр ҡатындың ике балаһы булып, ул тейешле “төньяҡ” стажын (Алыҫ Төньяҡта – 12 йыл йәки уға тиңләш­терелгән биләмәләрҙә – 17 йыл) һәм кәмендә 20 йыл страховка стажын туплаған икән, ҡартлыҡ буйынса пенсияға 50 йәштән сыға ала. Шулай уҡ 15 йыллыҡ страховка стажы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсия йәше өс бала өсөн – 57 йәшкә, дүрт бала өсөн – 56 йәшкә, биш бала өсөн 50 йәшкә тиклем түбәнәйә. Бында әсәнең кәмендә һигеҙ йәшкә тиклемге балалары иҫәпкә алына.

Инвалид бала тәрбиәләгән әсә кәмендә 15 йыллыҡ страховка стажына эйә булыу шарты менән хаҡлы ялға 50 йәштә сыға.

2. Гүзәл заттар өсөн махсус льготалы пенсиялар

“Страховка пенсиялары тураһында”ғы Федераль закондың 30-сы статьяһында зарарлы һәм ауыр хеҙмәт шарттары булған эштә тейешле стажды туплаған ҡатын-ҡыҙҙарға пенсияны ваҡытынан алда тәғәйенләү нигеҙҙәре билдә­лә­нә. Беренсе исемлектәге производство­ларҙа 7,5 йыл эшләгән гүзәл зат­тар пенсияны – 45 йәштә, икенсе исемлектәге предприятиеларҙа 10 йыл эшләгәндәр 50 йәштә хаҡлы ялға сыға ала. Туҡыу сәнәғәтендә 20 йыл эшләгән ҡатындар пенсияға ваҡтынан алда – 50 йәштә сығыу хоҡуғына эйә.

3. Балалар өсөн өҫтәмә балл

Пенсияны иҫәпләүҙең “балл” системаһына күсеү менән хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ике варианттың береһен һайлай ала. Әсә сабыйын 1,5 йәше тулғанса ҡараған осорҙо 2002 йылға тиклемге дөйөм хеҙмәт стажына индерергә йәки уны стажға индермәйенсә, пенсия балына алмаштырырға мөмкин.  Ҡатын-ҡыҙ 2002 йылға тиклемге ҙур стажын һәм юғары эш хаҡын иҫбатлай алмаған осраҡта, сабыйын ҡараған осорҙо балл менән алмаштырыу пенсияны арттырыуға булышлыҡ итә ала.

4. Аҙыраҡ стаж талап ителә

Мәғлүм булыуынса, гүзәл зат ир-егеттәргә ҡарағанда хаҡлы ялға иртәрәк сыға. Шуға ла улар өсөн стаж буйынса нормативтар ҙа түбәнерәк:

– уларға 2002 йылға тиклем 20 йыллыҡ дөйөм хеҙмәт стажы 0,55 стаж коэффициенты өсөн етә (көслө заттарға бының өсөн 25 йыл стаж кәрәк);

– 37 йыллыҡ стаж ҡатын-ҡыҙға пенсияға ике йылға иртәрәк сығыу мөмкинлеген бирә (ир-егеттәргә иһә 42 йыл стаж кәрәк).

5. Ике пенсия

“Рәсәй Федерацияһында дәүләт пенсия тәьминәте тураһында”ғы Федераль закон ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһы бер категорияларына бер үк ваҡытта ике пенсия алыу хоҡуғын бирә. Тәү сиратта ундайҙар исемлегенә хеҙмәт иткәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм космонав­тарҙың әсәләре һәм тол ҡатындары инә. Ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса шәхси пенсияһы менән бергә был кешеләргә шулай уҡ ҡараусыһын юғалтыуға бәйле дәүләт пенсияһы ла түләнә.

6. Өҫтәмә стаж

Ҡатын-ҡыҙҙың балаһын 1,5 йәш тулғанса ҡараған осоро, хәрби хеҙмәткәр булған ире менән хәрби часть биләмәһендә (эшкә урынлашыу мөмкинлеге булмаған) йәки Рәсәй консуллығында, дипломатик вәкиллегендә һәм башҡа ошондай ойошмаларҙа эшләгән ире менән сит илдә йәшәгән йылдары стажға индерелә.

 

Автор:Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Фото:riapo.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: