

Башҡортостанда республика сиктәрендә асыҡ Wi-Fi нөктәләрен эҙләү өсөн чат-бот эшләй башланы. Хәҙер бындай нөктәләр Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта бар.
Чат-ботҡа һылтанма: vk.cc/cOtPtl.
Бот менән нисек файҙаланырға:
- ҡаланы һайлағыҙ;
- урам исеме менән йорт һанын яҙығыҙ;
- чат-бот һеҙ күрһәткән урамда дөйөм ҡулланышта эшләгән Wi-Fi адрестары исемлеген бирәсәк.
Нисек тоташырға:
- асыҡ селтәрҙе һайлағыҙ;
- тоташҡандан һуң экранда асылған номерға шылтыратығыҙ. Был инеүгә активация өсөн кәрәк.
Асыҡ Wi-Fi селтәрҙәрен нисек хәүефһеҙ ҡулланырға – бында уҡығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан