

Махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн яҡташтарыбыҙ үлгәндән һуң дәүләт наградаларына тәҡдим ителде. Бөгөн Йәштәр йортонда Батырлыҡ ордендары һәм Суворов, генерал Шайморатов, "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы", “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары һәләк булған геройҙарыбыҙҙың ғаиләләренә тапшырылды.