Яңылыҡтар
12 Август 2025, 09:54

Кемдәр хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алырға хоҡуҡлы?

Рәсәй хөкүмәте раҫлаған территориялар исемлегендә уларҙы обороналауҙа ҡатнашыусыларҙың хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алыу хоҡуғына эйә. Исемлектә махсус хәрби операция барған райондарға яҡын һәм ВСУ яғынан һөжүмгә дусар булған 11 административ-территориаль берәмек бар.

Кемдәр хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алырға хоҡуҡлы?Кемдәр хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алырға хоҡуҡлы?
Кемдәр хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алырға хоҡуҡлы?

Исемлеккә Ҡырым Республикаһы, Севастополь ҡалаһы, Белгород, Брянск һәм Курск өлкәләре, Краснодар крайының Темрюк районы, Воронеж өлкәһенең Кантемировский һәм Россошанский муниципаль райондары, шулай уҡ Анапа, Новороссийск һәм Геленджик ҡалалары инде.

2025 йылдың апрелендә президент раҫлаған «Ветерандар тураһында» федераль закондың яңы редакцияһына ярашлы, Курск өлкәһенә һөжүмде кире ҡаҡҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр, көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре һәм ирекле формированиеларҙа ҡатнашыусыларҙың хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алыу хоҡуғы бар.

Яраланыу, контузия һәм йәрәхәт алыу һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм ирекле формированиеларҙа ҡатнашыусылар хәрби хәрәкәттәр инвалиды статусына хоҡуҡлы.

Бынан алдараҡ Башҡортостан буйынса Социаль фонд бүлексәһенең махсус хәрби операция ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙәр тәғәйенләүе билдәле булды.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-08-12/pravitelstvo-utochnilo-kto-imeet-pravo-na-status-veterana-boevyh-deystviy-4346708

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:
Читайте нас