Сиҙәм ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, химия фәндәре кандидаты Айнур Ғүмәров Рәсәй Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Айнур Мансур улы — республика инженер лицей-интернаты уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм химия кафедраһы доценты, “Киләсәк медицинаһы” идаралығы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Республикала олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһына (АНОД) нигеҙ һалыусы һәм химия буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы тренеры. Химия фәндәре кандидаты. 2024 йылғы Президент һайлауҙарында Рәсәй Федерацияһы Президенты посына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе. Рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен белә. Өйләнгән, ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Иҫәнгилде ауылы фермеры Нур Күсәрбаев башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында ат спортын популярлаштырыуға тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Нур Ингел улы 2017 йылдан йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә. Бәләкәйҙән үк аттарҙы ярата һәм был бала саҡ мауығыуы ваҡыт үтеү менән ысын һөнәренә әүерелә, ғүмерлек эше булып китә. Бөгөнгө көндә уның хужалығында 85 баш ат тотола, шуларҙың 30-ы - бейәләр.
Махсус белеме булмаһа ла эштәрҙең асылын үҙ аллы өйрәнеп, зоотехник, ветеринар саралары комплексын үткәрә, шуның менән хайуандарҙы тейешле тәрбиәләүҙе тәьмин итә. Ҡолондар өсөн кәрәкле туҡланыу, аҫрау шарттары булдырылған. Хужалыҡта милли эсемлек - бейә һөтөнән ҡымыҙ етештереү буйынса мини-цех бар. Эсемлек етештереүҙә традицион башҡорт милли технологиялары ҡулланыла.
Нур Ингел улы ауылда йәки районда үткәрелгән сараларҙан ситтә ҡалмай. Сиҙәм ауыл биләмәһе советы депутаты булараҡ урындағы әһәмиәттәге бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн күп көс һала. Ул "Башҡорт аты" республика фестивалендә, "Терра Башҡортостан" ат спорты турнирында, төрлө ат сабыштарында, республикала уҙғарылған ат спорты уйындарында даими ҡатнаша. 2024 йылда ҡымыҙ етештереүселәрҙең республика фестивале еңеүсеһе була, шулай уҡ 2024 йылда ул республиканың ҡымыҙсылары араһында «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» ярышында еңеү яулай. Нур Күсәрбаев - "Ылаҡ" ат спорты уйыны буйынса Хәйбулла районы командаһының алыштырғыһыҙ капитаны. 2024 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында 2024 йылдың 8 сентябренән 13 сентябренә тиклем Астанала үткән V Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнаша һәм 3-сө урынға лайыҡ була.
Өлгәшкән уңыштары һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Нур Ингел улы бер нисә тапҡыр дипломдар, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.