Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Сентябрь , 14:06

Яҡташыбыҙ билдәле фән кандидаты

Айнур Ғүмәровтың уҡыусылары донъя кимәлендә еңеүҙәр яулай

Яҡташыбыҙ билдәле фән кандидаты
Яҡташыбыҙ билдәле фән кандидаты

Яҡташыбыҙ, Сиҙәм ауылы егете Айнур Ғүмәров һәләтле балалар менән уңышлы эшләй, уларҙы химияны өйрәнеүгә этәрә. Уның уҡыусылары үҙ аллы һөҙөмтәле танып белеү эшмәкәрлеген ойоштора; үҙ аллы белем алыу процесы менән идара итә белә. 2010 йылдан алып химия буйынса бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабының 16 еңеүсеһен һәм 90 призерын, йомғаҡлау этабының 3 еңеүсеһен һәм 13 призерын әҙерләгән. 2016 йылдан Айнур Ғүмәровтың уҡыусылары халыҡ-ара олимпиадаларҙа (АҠШ, Нидерланд, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Швейцария) миҙалдар яулай.

Айнур Мансур улы үҙенең остазы - Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина методикаһы буйынса эшләй. 2018 йылда Айнур Мансур улы 2018-2023 йылдарға Башҡортостан Республикаһының һәләтле балаларҙы үҫтереү концепцияһын әҙерләүҙә ҡатнашты. Был концепцияны тормошҡа ашырыу сиктәрендә Айнур Мансур улы үҙенең уҡыусылары (Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары) менән Башҡортостан Республикаһының олимпиада хәрәкәте остаздары Ассоциацияһын булдырҙы. Әлеге мәҡәләмдә Айнур Мансур улының тормош һәм хеҙмәт юлы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Айнур Мансур улы, үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине.

-1986 йылдың 6 ноябрендә Сиҙәм ауылында донъяға килгәнмен. 6-сы класҡа тиклем Сиҙәм мәктәбендә уҡыным. Сиҙәм мәктәбендә уҡыған йылдарҙы, уҡытыусыларымды йылы хис-тойғолар менән хәтергә алам. Башланғыс кластарҙа тәүге уҡытыусым Гөлдәр Мир ҡыҙы Ғәҙелшина булды. Ул уҡыуҙы тамамлап,  яңы ғына эшкә килгәйне. Мин  уның иң яҡшы уҡыусыларының береһе булдым.  Бөтә дәрестәр миңә еңел бирелде. Уҡыуы ҡыҙыҡ ине. Әле үҙем уҡытыусы булараҡ анализлап, 90-сы йылдарҙа Сиҙәм мәктәбендә сифатлы һәм яҡшы башланғыс белем алыуыма инанам. Әле ҡала мәктәптәрендә ундай күп төрлөлөк һәм сифатты күрмәҫһең. Сөнки көслө педагогтар коллективы тупланған ине. Мәктәп директоры Юлай Дидар улы Сиражитдинов булды. Инглиз теле уҡытыусылары Гүзәл Ғиззәтова, Гөлсинә Таһирова, физкультура уҡытыусыһы Әлфир Байғотлин тураһында күңелемдә йылы тәьҫораттар һаҡлайым. Әлфир Рәфҡәт улы беҙгә физкультура һәм спортҡа һөйөү тәрбиәләне. Мин милли көрәш менән шөғөлләндем. Балалар һабантуйҙарында чемпион булдым, район ярыштарына йөрөнөк. Беҙгә бейеү серҙәренә өйрәтеүсе Нәзилә Ниғмәтуллина менән бөтә район буйлап йөрөп концерттар ҡуйҙыҡ, сараларҙа сығыш яһаныҡ. Шулай уҡ Рәүеф Ҡансурин етәкләгән ҡурай һәм Ришат Хөсәйенов алып барған художество, ағасҡа һырлау  түңәрәгендә лә шөғөлләндем. Улар миңә күп яҡлы үҫешкән шәхес булыу мөмкинлеген бирҙе. 5-6-сы класта уҡығанда класс етәксем Фәниә Абдулла ҡыҙы булды. Сиҙәм урта мәктәбендә белем биргән уҡытыусыларымдың һәммәһенә лә рәхмәтлемен. Мәктәптең әлеге педагогия коллективына  яңы уҡыу йылында уңыштар теләйем.

- Һеҙгә химия предметы бала саҡтан  яҡын булдымы? Ни өсөн нәҡ был предметты һайланығыҙ?

-6-сы кластан һуң республика Башҡорт-төрөк лицей-интернатына уҡырға индем. Лицейҙа әле һайлаған һөнәремә булышлыҡ иткән уҡытыусыларым күп булды. Әммә һуңға тиклем тәжрибәһен өйрәнгән уҡытыусым Лиза Әғәҙуллина химия предметын һайлауға туранан-тура йоғонто яһаны. 8-се класҡа тиклем бөтә предметтар буйынса ла яҡшы билдәләргә өлгәштем. Шуға күрә бер предметты айырып билдәләүе ҡыйын ине. Химия уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙының дәрестәрен тыңлап, химияның минеке икәнлеген аңланым. Ҡала, республика олимпиадаларында даими ҡатнашып, еңеүҙәр яуланым. 2004 йылда лицейҙы тамамлап, имтиханһыҙ Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға индем. Шулай уҡ имтиханһыҙ медицина университетына уҡырға ла инеү мөмкинлеге бар ине. Әммә үҙемә химия уҡытыусыһы булырға һәм фән менән шөғөлләнеү маҡсатын ҡуйҙым. Теләгемде тормошҡа ашырҙым. 2009 йылда үҙем белем алған лицейға уҡытыусы булып эшкә илдем. Быға тиклем остазлыҡ тәжрибәм бар ине. Сөнки студент йылдарында иҡтисад лицейында лаборант булып эшләгәндә уҡыусыларҙы олимпиадаларға, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләй инем. Шулай уҡ йылдан ашыу ҡаланың 140-сы гимназияһында эшләнем. Йәғни үҙем уҡыған лицейға күпмелер педагогик тәжрибә менән килдем һәм уҡытыусым Лиза Ҡыям ҡыҙы менән 2016 йылға тиклем ул хаҡлы ялға сыҡҡансы бергә эшләнек. Беҙ Лиза Ҡыям ҡыҙының тәжрибәһе буйынса олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһын булдырҙыҡ һәм ул бөгөнгәсә үҫешә.

-Атай-әсәйегеҙҙең дә тормошта дөрөҫ юл һайлауға йоғонтоһо булғандыр?

- Миңә ғүмер бүләк иткән, тормош юлымда ҡанат ҡуйған ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Мәрхүм атайым Мансур Рамаҙан улы “Хәйбулла” совхозының баш ветеринар-табибы булды. Ул көрәш буйынса район чемпионы, лидер, идарасы һәм миңә ҡаһарманлыҡ өлгөһө булды. Әсәйем Фатима Сәйфулла ҡыҙы иһә математика, физика уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар китапханасы, мәктәп интернаты тәрбиәсеһе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Уларҙың лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы миңә һәр саҡ өлгө. Атай-әсәйемә ҡарап, хеҙмәт яратырға, тырыш булырға, алға ҡуйған маҡсаттарыма ирешергә өйрәндем. 

- Уҡыусыларығыҙ халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеү яулай. Уңыштың сере нимәлә?

-Бында ниндәйҙер сер юҡ - был бик законлы һөҙөмтә. Иң мөһиме - системалы әҙерлек. Күп йылдар лицейҙа һәләтле балалар менән остазыбыҙ — Халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина методикаһы буйынса эш алып барыла. Шуға күрә уҡыусыларыбыҙҙың еңеүе - был бөтә командабыҙҙың еңеүе, унда уҡытыусылар ғына түгел, ә үткән олимпиадаларҙа еңеүселәр ҙә инә.

Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы сиктәрендә мәктәп уҡыусылары менән эш йыл әйләнәһенә дауам итә. Был өҫтәмә дәрестәр, йәкшәмбе мәктәбе, каникул ваҡытында уҡыу-күнекмә йыйылыштары. Ситтән килеп уҡыған балалар күп, улар башҡалар ҡайтып киткәндә лә уҡытыусылар менән шөғөлләнә. Афариндар, һәләтле генә түгел, бик тырыштар.

Уҡыусым Вадим Харисов былтыр Цюрихта, быйыл Сәғүд Ғәрәбстанында химия буйынса халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яуланы. Был системалы эшләү һөҙөмтәһе. Лиза Ҡыям ҡыҙы әйтеүенсә, уҡыусыларҙың ҙур еңеүе артында уҡытыусыларҙың көндәлек ныҡышмал хеҙмәте тора. Һәр уҡыусыны алып олимпиада еңеүсеһе итеү мөмкин түгел. Тәү сиратта уның көслө теләге булыуы мотлаҡ. Һәләтле йәштәрҙе үҫтереүгә шарттар булдырыу мөһим. Баланың еңеүсе булырмы, юҡмы икәнлеген шунда уҡ белеү мөмкин түгел. Өскә өлгәшкән уҡыусылар  араһында ла химиянан яҡшы һөҙөмтә күрһәткән осраҡтар бар. Иң мөһиме, уҡыусыла  үҙ предметыңа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Йәштәр менән бер тулҡында булыуы өсөн уларҙан өйрәнергә кәрәк.

- Көслө уҡыусылар араһында буласаҡ еңеүселәрҙе нисек танырға?

-Олимпиадасылар менән эшләү сере бик ябай. 7-се класс уҡыусыларына, 11-се класс уҡыусылары үткән теманы бирергә тырышығыҙ, әгәр бала был кимәлде күтәрһә,  ул төбәк йәки бөтә Рәсәй олимпиада кимәленә тиклем үҫәсәк. Мин башта теманы бөтә класҡа аңлатам һәм яҡшы өлгәшкәндәрҙе беҙ студенттарға тапшырабыҙ. Унда улар юғарыраҡ кимәлдәге мәсьәләләрҙе сисә.

Ҡайһы бер балалар, ысынлап та, бик тиҙ үҫешә, уларға нигеҙ биреү генә етә һәм улар артабан үҙаллы шөғөлләнә, уҡый ала. Ә ҡайһы берҙәрен нығыраҡ иғтибар бүлергә, ниндәйҙер индивидуаль траектория буйынса алып барырға кәрәк.

Олимпиада хәрәкәте остаздары Ассоциацияһының девизы олимпиада еңеүсеһен түгел, ә кешене тәрбиәләү. Илебеҙҙәге һуңғы ваҡиғалар менән бәйле, ризалашығыҙ, был айырыуса көнүҙәк яңғырай.

Үҙемдең олимпиадасы уҡыусыларыма: “Һеҙ еңеүсе - был яҡшы, әммә әгәр белемегеҙ йәмғиәт, ил, кешелек файҙаһына ҡулланылмаһа, был бөтөнләй файҙаһыҙ буласаҡ”, - тием.

-Уҡыусыларҙың ихтирамын нисек яуларға?

- Үҙ предметыңды һәм уҡыусыларҙы яратырға кәрәк. Йәштәр менән бер тулҡында булыу, бергә ҡыҙыҡлы саралар үткәреү мөһим. Бында йәшең менән аҡланырға ярамай. Сөнки 1998 йылда Лиза Ҡыям ҡыҙы беҙҙең лицейға эшкә килгәндә хаҡлы ялда ине. Мин һәм башҡа лицей уҡыусылары алған белемде ул пенсия йәшендә бирҙе. Был эш моделен үҙ уҡытыусымда күрҙем. Уҡытыусы  өсөн иң ҙур баһа – ул уҡыусыһының уңыштары.

-Белеүебеҙсә, былтыр лицей-интернаттың сығарылыш уҡыусылары һеҙгә машина бүләк иткәйне.

-Эйе, Уҡытыусы һәм остаз йылында был минең өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Әлбиттә, машинаны уҡыусыларым ғына бүләк итмәне. Улар лицей-интернаттың сығарылыш уҡыусылары, әлеге көндә тормошта үҙ урынын тапҡан, аяҡтарында ныҡлы баҫып торған бизнесмендар. Был бүләктең инициаторҙары булып дуҫтарым, коллегаларым тора. Ҡасандыр беҙ бергә уҡыта башланыҡ һәм улар бизнесҡа китте. Йәш быуындың аҙ һөйләүе һәм күберәк эшләүе оҡшай. Ошондай хәл булғанда бөйөк эштәр башҡарыласаҡ, ҙур рәхмәт уларға.

- Һеҙҙеңсә, хәҙерге балалар ни тиклем талантлы?

-Мин талантты тиҙ талантҡа һәм ваҡыт үтеү менән асылған талантҡа бүләм. Һәм уны ваҡыт үтеү менән, уның һөҙөмтәлелеге, кешенең үҙ тормошонда өлгәшкәндәре буйынса ғына үлсәп була. Минеңсә, талант тулыһынса һөҙөмтәгә бәйле, әгәр ул йәмғиәткә файҙалы булһа — быны мин талант тип атаймын.

Хәҙер балаларҙың ысынлап та бик күп мөмкинлектәре бар — был уңайлы мөхит. Әгәр бындай уңайлы мөхитте бөтәһенә лә булдырһаҡ, таланттар буласаҡ.

- Фән кандидаты булараҡ, республикала фәнде үҫтереүҙең мөһимлеге хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?

-2016 йылда химия фәндәре кандидатлығына дисертация яҡланым. Әммә үҙемде күберәк уҡытыусы булараҡ позициялайым. Һәләтле балалар менән эшләү өсөн предметты тәрән белергә, үҫешергә, яңы фәнни ҡаҙаныштар менән ҡыҙыҡһынырға кәрәклеген аңлайым. Шуға күрә уҡыусыларға дәреслектән “ҡоро” теория ғына уҡытмаҫ һәм алдынғы фәндән мәғлүмәт биреү өсөн Рәсәй фәндәр академияһының Өфө химия институтына аспирантураға инергә ҡарар иттем.

Химия ысынлап та үҙгәрә, һәм балаларҙың әҙерлеге лә үҙгәрә. Әйтәйек, 2001 йылда беҙгә, студенттарға, фәнгә 18 миллион химик матдә билдәле, тиҙәр ине. Хәҙер 200 миллиондан ашыу матдә билдәле, йәғни химик матдәләр һаны 10 тапҡырға артҡан. Шуныһы ҡыуаныслы: мин дә был эшкә тотондом. Донъяға билдәле булмаған 75 матдәне үҙем синтезланым һәм лабораторияла алдым, һәм был хаҡта диссертация яҙҙым.

Республикала фәнгә ныҡлы иғтибар бүленә. Был технологиялар үҫеше, импортты алмаштырыу менән бәйле. Мәҫәлән, медицина университетында ғына ике йыл эсендә  онкология һәм  фундаметаль медицина институты булдырылды. Быйыл республиканың өс университеты ҡатнашҡан Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы асылды. Лабораториялар алдынғылар иҫәбендә. Әле гранттар, милли проекттар иҫәбенә лабораториялар ҡорамалландырыла. Шуға күрә үҙ бурысымды ошо ҡорамалдарҙа эшләй алған һәм теләгән таланттар әҙерләүҙә күрәм.

- Бөгөнгө йәштәргә теләктәрегеҙ.

-Йәш быуынға үҙ көсөнә ышаныуҙарын, яңылыҡ эшләргә тырышыуҙарын, үҫешергә теләгән өлкәлә остаз, профессионал эҙләүҙәрен теләйем. Һәр кемдән һәм һәр нәмәнән (ижади һәм ыңғай) өйрәнегеҙ, бер юлы һөҙөмтәләр көтмәгеҙ, үҙ өлкәңдә профи булыу өсөн 10 000 сәғәт кәрәк. Юлдың башында һеҙҙе яҡшыраҡ иткән көслө мөхиттә булығыҙ. Артабан үҙегеҙ донъяны яҡшыртыусы көслө мөхиткә әйләнәсәкһегеҙ. Химик һәм мәғлүмәт ағыуҙарынан баш тартығыҙ.  Бер тапҡыр йәшәйбеҙ, барыһын да һынап ҡарарға кәрәкмәй. Өлкән быуын менән кәңәшләшегеҙ, иҫән сағында атай-әсәйегеҙгә рәхмәт әйтергә өлгөрөгөҙ.

-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

 

Айнур Мансур улы Ғүмәров  — республика инженер лицей-интернаты  уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм химия кафедраһы доценты, “Киләсәк медицинаһы” идаралығы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Республикала олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһына (АНОД) нигеҙ һалыусы һәм химия буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы тренеры. Химия фәндәре кандидаты. 2024 йылғы Президент һайлауҙарында Рәсәй Федерацияһы Президенты посына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе. Рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен белә. Өйләнгән, ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.

 

Яҡташыбыҙ билдәле фән кандидаты
Яҡташыбыҙ билдәле фән кандидаты
Яҡташыбыҙ билдәле фән кандидаты
Яҡташыбыҙ билдәле фән кандидаты
Яҡташыбыҙ билдәле фән кандидаты
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: