Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар , 11:54

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе фермер

“Тырыш хеҙмәт уңышҡа илтә”, - ти Иҫәнгилде ауылынан Нур Күсәрбаев

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе фермер
Башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе фермер

Бөгөнгө көндә йылҡысылыҡты үҫтереүгә ихтыяж бермә-бер үҫә һәм республикала тоҡомло аттар үрсетеү, йылҡы ите, ҡымыҙ етештереү агросәнәғәт комплексының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Шул иҫәптән, беҙҙең райондан да йылҡы тотоусы фермерҙар булыуы һөйөндөрә.  Уларҙың береһе Иҫәнгилде ауылынан йәш эшҡыуар Нур Күсәрбаев 2017 йылдан алып башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә.

Киләсәктә ул шәхси эшен асыу һәм үҫтереү маҡсатында, башҡорт тоҡомло һауын бейәләре һәм ауыл хужалығы техникалары алырға планлаштыра. Ә был ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам кәрәк.  Шәхси эшҡыуарлыҡты асыуға һәм үҫтереүгә “Агростартап” программаһы буйынса субсидия алыу маҡсаты менән Нур Күсәрбаев район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә үҙ проектын тәҡдим итә.  Ә дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкәс, йылҡысылыҡ эшенә шундай уҡ тырышлыҡ менән тотона.  Бөгөнгө көндә ул ҡатыны Гөлсирә менән милләтебеҙҙең боронғо эсемлеген етештереүҙе юлға һалып, уңышлы ғына эшмәкәрлек алып бара.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 1-се һанында

 

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас в