Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
3 Апрель , 21:47

Район хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы кәңәшмәлә Рафиҡ һәм Аҡъяр ауылында йәшәүселәр ҡатнашты

Район хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды
Район хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды

Муниципаль район хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы кәңәшмәлә ике инвестиция проекты тәҡдим ителде.

Лилиә Ғабдулварис ҡыҙы Аҡъяр ауылының Төньяҡ-Көнсығыш биҫтәһендә икмәкхана асырға ниәтләй. Ул ерҙе рәсмиләштергән һәм хәҙер уны төҙөлөшкә әҙерләй. Уға икмәк бешереү ҡорамалдары һатып алыуға финанс ярҙам алыу өсөн муниципаль программалар конкурсына документтар тапшырырға тәҡдим ителде.

Эдуард Фазлыев Рафиҡ ауылында ҡымыҙ етештереү өсөн Башҡорт тоҡомло аттарҙың һанын арттырыға ниәтләй. Был яңы эш урындары булдырасаҡ һәм Хәйбулла районында һатыу өсөн бейә һөтөнән ҡымыҙ етештерергә мөмкинлек бирәсәк.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла.

Шулай уҡ уҡығыҙ: «Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

Район хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды
Район хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды
Район хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: