Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Март 2023, 20:50

«Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә

Ғаризалар 2023 йылдың 3 апреленән 17 апреленә тиклем ҡабул ителә.

«Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә
«Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы «Агростартап» проектын ғәмәлгә ашырыу менән бәйле дәүләт ярҙамының башҡа йүнәлештәре сиктәрендә ҡапланмаған сығымдарын финанслау өсөн крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы Башҡортостан Республикаһы бюджетынан гранттарға конкурс буйынса һайлап алыуҙа ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тураһында иғлан итә.

2023 йылғы конкурс һайлап алыуында ҡатнашыуға ғариза биреү шарттарына тап килгән шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм Рәсәй Федерацияһы граждандары саҡырыла. Заявкалар Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында (450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106) ҡабул ителә.

☎Телефон: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.

🕙Ғаризалар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә (төшкө тәнәфес көндөҙгө 1-ҙән 2-гә ҡәҙәр), ял көндәренән тыш (шәмбе, йәкшәмбе).

✉E-mail: [email protected] (электрон документтар әйләнешенең техник мөмкинлеге булған осраҡта конкурста ҡатнашыу өсөн документтарҙы электрон формала тапшырырға мөмкин).

📅Ғаризалар 2023 йылдың 3 апреленән 2023 йылдың 17 апреленә тиклем ҡабул ителә.

 

Тулыраҡ: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/477545/ 

«Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә
«Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә
«Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: