Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
23 Март , 09:19

Район хакимиәтендә баҡсасылыҡ бизнесын асыу буйынса инвестиция проекты ҡаралды

    

Район хакимиәтендә баҡсасылыҡ бизнесын асыу буйынса инвестиция проекты ҡаралды
Район хакимиәтендә баҡсасылыҡ бизнесын асыу буйынса инвестиция проекты ҡаралды

Муниципаль район хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы кәңәшмәлә Лина Ҡолбулдинаның баҡсасылыҡ бизнесын асыу буйынса инвестиция проекты ҡаралды.

Лина үҫентеләр, баҡса үҫемлектәре, декоратив ҡыуаҡтар һәм төрлө сәскәләр үҫтереү буйынса үҙ бизнесын киңәйтергә ҡарар итә. Ул теплица-питомник булдырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Үҙ бизнесын тормошҡа ашырыу өсөн Лина кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй.
Комиссия менән кәңәшләшкәндән һуң, уға кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса финанс ярҙамы программаһында ҡатнашыу өсөн документтар тапшырырға тәҡдим итәләр.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Шулай уҡ уҡығыҙ: «Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

Район хакимиәтендә баҡсасылыҡ бизнесын асыу буйынса инвестиция проекты ҡаралды
Район хакимиәтендә баҡсасылыҡ бизнесын асыу буйынса инвестиция проекты ҡаралды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: