Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
23 Март , 09:27

Дүрт бала әсәһе Бүребайҙа икмәкхана асырға ниәтләй

Гөлфизә Рыҫҡужинаға уңыштар теләйбеҙ!

Дүрт бала әсәһе Бүребайҙа икмәкхана асырға ниәтләй
Дүрт бала әсәһе Бүребайҙа икмәкхана асырға ниәтләй

Район хакимиәтендә уҙған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы кәңәшмәлә Гөлфизә Рыҫҡужинаның икмәкхана асыу буйынса инвестиция проекты ҡаралды.

Дүрт бала әсәһе булараҡ, Гөлфизә йорт хужалығын алып барыу, бәлеш һәм торт бешереү менән уңышлы шөғөлләнә. Ул шулай уҡ төрлө күргәҙмәләрҙә һәм сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Гөлфизә Бүребай ауылында икмәкхана асырға ниәтләй һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Уның продукцияһы халыҡта ҙур һорау менән файҙалана, шуға күрә йорт бизнесын киңәйтеүгә ихтыяж барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта улар ире менән икмәкхана бинаһын төҙөү менән шөғөлләнә һәм һуңынан яңы ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй.
Ултырыш барышында финанс ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән төрлө программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге тикшерелде.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Шулай уҡ уҡығыҙ: «Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

Дүрт бала әсәһе Бүребайҙа икмәкхана асырға ниәтләй
Дүрт бала әсәһе Бүребайҙа икмәкхана асырға ниәтләй
Дүрт бала әсәһе Бүребайҙа икмәкхана асырға ниәтләй
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: