Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
9 Февраль , 16:35

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект

Аҡъяр ауылынан Гөлнара Рәхимова район хакимиәтендә үҙ проекты менән сығыш яһаны

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырышта  яңы проект ҡаралды.

Гөлнара Рәхимова Аҡъяр ауылында йәшәй, 10 йылдан ашыу  кондитер изделиелары эшләү һәм икмәк бешереү менән шөғөлләнә, һәр изделиеға үҙенең ҡабатланмаҫ тәмен һәм стилен индерә. Гөлнара Риф ҡыҙы карьераһында киләһе аҙымды яһарға һәм икмәк бешереү изделиелары етештереү буйынса үҙ бизнесын асырға ҡарар итә, әммә бының өсөн уға продукцияның етештереүсәнлеген һәм сифатын күтәрергә ярҙам итерлек махсус ҡорамалдар һатып алырға кәрәк. Гөлнара Рәхимова "эшҡыуарлыҡ сәғәте" өсөн финанс ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Әңгәмә барышында комиссия Гөлнара Риф ҡыҙына шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген асыуға  адреслы социаль ярҙам (АСПК) линияһы буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн документтар тапшырырға тәҡдим итә.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Шулай уҡ уҡығыҙ: «Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: