Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
7 Февраль , 22:35

Айратҡа уңыштар теләйбеҙ!

    

Айратҡа уңыштар теләйбеҙ!
Айратҡа уңыштар теләйбеҙ!

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырыштарҙа ике яңы проект ҡаралды.

Таштуғай ауылынан Айрат Кинйәбаев ат спортында һәм төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бесән әҙерләүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн Айрат яңы рулонлы пресс-йыйыусы, ҡырҡыусы һәм фронталь тейәүсе техника һатып алырға ниәтләй. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Айратҡа хужалығын үҫтереү өсөн ярҙам саралары тәҡдим итәләр һәм уларҙы алыу шарттарын һәм процесын аңлаталар.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Шулай уҡ уҡығыҙ: «Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

Айратҡа уңыштар теләйбеҙ!
Айратҡа уңыштар теләйбеҙ!
Айратҡа уңыштар теләйбеҙ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: