Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
12 Июль 2023, 11:12

Хәйбулла районы хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды

   

Хәйбулла районы хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды
Хәйбулла районы хакимиәтендә ике инвестиция проекты ҡаралды

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырыштарҙа ике яңы проект ҡаралды.

Маҡан ауылынан фермер Илдар Иҫәнгилдин үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын үҫтереү хаҡында һөйләне. Шәхси эшҡыуар күп йылдар инде иген, бөртөклө-ҡуҙаҡлы иген майлы культуралар үҫтереү, шулай уҡ ит тармағындағы малсылыҡ менән шөғөлләнә. Быйыл, хужалыҡтың етештереүсәнлеген арттырыу һәм уңыш йыйыу ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсатында, Илдар Теүәлбай улы лизингҡа яңы иген йыйыу комбайнын һатып алған. Һатып алыу алдынан фермер комбайндарҙың төрлө моделдәрен һәм уларҙың техник характеристикаларын өйрәнә, шулай уҡ белгестәр менән кәңәшләшә. Һөҙөмтәлә комбайндың яңы заманса моделе һайлана, ул ҙур етештереүсәнлеккә һәм һөҙөмтәлелеккә эйә. Фермерға хужалығын үҫтереү өсөн файҙалана алған ярҙам саралары тәҡдим ителгән, шулай уҡ уларҙы алыу шарттары һәм тәртибе аңлатылған.

Үҙмәшғүл Гөлнара Горячева тормош иптәше Сергей менән бергә балыҡ селюәрәләрен үҫтереп, һуңынан уларҙы артабан һатырға ниәтләй. Сергейҙың балыҡсылыҡ хужалығында эшләү тәжрибәһе бар, был уға үҙ бизнесында балыҡты үрсетеүҙең уңышлы ысулдарын ҡулланырға мөмкинлек бирә. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға был өлкәлә инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһын һәм һыу ятҡылығын рәсмиләштереү үҙенсәлектәре тураһында консультациялар бирҙе.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Шулай уҡ уҡығыҙ: «Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: