

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырыштарҙа ике яңы проект тәҡдим ителде.
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Артур Нафиҡовтың Һаҡмар йылғаһы буйлап кәмәлә ағып төшөүҙе ойоштороу буйынса инвестиция проекты ҡаралды. Проект төрлө йәштәге кешеләр өсөн әүҙем йәшәү рәүешен популярлаштырыуға, Хәйбулла районында әүҙем туризмды үҫтереүгә һәм ял көндәрендә төрлө туристик ял ойоштороуға йүнәлтелгән. Эшҡыуарлыҡты башлау өсөн Артур төрлө туристик ҡорамалдар (байдаркалар, катамарандар, ҡотҡарыу жилеттары, спорт инвентары һәм башҡалар) һатып алырға иҫәп тота. Ғариза биреүсегә ҡорамал һатып алыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн туризмды үҫтереү буйынса муниципаль программа сиктәрендә конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителде.
Ә Азамат Бохарбаев Хәйбулла районы биләмәһендә умартасылыҡты үҫтереү проекты менән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашты. Азамат Ғәле улы оҙаҡ йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнә, Йәнтеш ауылында үҙенең «Баллы ожмах» умарталығы бар. Ул төрлө район һәм республика сараларында, күргәҙмәләрендә һәм конкурстарҙа ҡатнаша. Умарталыҡ продукцияһы районда ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Хәҙер ул Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының бал ҡорто күстәре, умарталар һәм балды үлсәп төрөү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға «Агростартап» грант ярҙамы программаһында ҡатнашырға ниәтләй.
Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/ йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Шулай уҡ уҡығыҙ: «Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.