

Башҡортостандың Дүртөйлө районы Мәҫкәү ауылында боҙҙа сираттағы фажиғәле осраҡ теркәлгән. Яубазы йылғаһында балыҡ тотоп ултырған 38 йәшлек ир һыуға ҡолап төшкән. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Балыҡсы ярға үҙаллы сыға алған, бында уны хәләл ефете тапҡан. Ул аңында булған, ҡатыны уны өйөнә алып ҡайтып, ашығыс ярҙам саҡырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ашығыс ярҙам килгәнсе ир йән биргән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир ныҡ туңыуҙан вафат була.
Шулай уҡ уҡығыҙ:
фото:Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте