

Көндәр һалҡынайтыу менән йылға-күлдәр өҫтө боҙ менән ҡаплана. Ҡыҙғанысҡа күрә, йыл һайын йоҡа боҙ кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе була. Ошо осорҙа күптәр боҙҙоң ҡалынлығын аңлап етмәй, йыш ҡына боҙ ишелеп китеп, һыу төбәнә китә.
Кисә ашығыс хеҙмәттәргә Аҡъяр ауылында Таналыҡ йылғаһында 1954 йылғы ирҙең боҙ аҫтына китеп, һыуға батып үлеүе тураһында хәбәр килгән. Уның үле кәүҙәһе боҙ аҫтынан сығарылған һәм оператив-тикшереү сараларын үткәреү өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған.
Яҡынса билдәле булыуынса, оло йәштәге ир йылғаға балыҡ тоторға килгән.
Йыл һайын көҙгө-ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында кешеләр, шул иҫәптән балалар һәләк була. Әлеге осорҙа һыу объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү йыш ҡына фажиғәгә килтерә. Бәхетһеҙ осраҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, ә ата-әсәләргә балаларына иғтибар итергә кәрәк.
Шулай уҡ уҡығыҙ