ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Ноябрь 2022, 08:23

Балыҡ кеше ғүмеренә торошломо?

Бөгөн Сибай ҡалаһындағы быуаға ҡотҡарыусылар, табиптар һәм полиция килгән...

Балыҡ кеше ғүмеренә торошломо?Балыҡ кеше ғүмеренә торошломо?
Балыҡ кеше ғүмеренә торошломо?

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, йәкшәмбе 9:11 сәғәттә шаһиттан шылтыратыу килә. Ул Сибайҙа быуала бер ирҙең боҙ аҫтына төшөүе хаҡында хәбәр иткән.

Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар, табиптар һәм полиция килгән. Зыян күреүсене һыуҙан сығарғандар һәм табиптар килгәнсе реанимация эштәрен башҡарғандар. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҙ ярҙам машинаһы табиптары 64 йәшлек балыҡсының үлемен раҫлаған. 10 сантиметрҙан ҡалын булмаған боҙға сығырға ярамай, тип иҫкә төшөрҙөләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. 

 

фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас