ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Октябрь 2022, 09:12

Ҡот осҡос авария буйынса тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Асыҡланыуынса, 22 йәшлек ҡыҙ ауылдан үҙәк район дауаханаһына юлланған. Ә 21 йәшлек таксист...

ЮХХДИ Ҡот осҡос авария буйынса тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булдыЮХХДИ Ҡот осҡос авария буйынса тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды
Ҡот осҡос авария буйынса тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булдыФото:ЮХХДИ

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов бөгөн 31 октябрҙә Дәүләт автоинспекцияһының фажиғә сәбәптәрен асыҡлау буйынса эшен координациялау өсөн Күгәрсен районына өс кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы урынына килде. Бында тәфтиш-оператив төркөм һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары ла эшләй.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, иртәнге 9-сы яртылар тирәһендә Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 348-се саҡрымында авария булған: 22 йәшлек ҡыҙ идара иткән Volkswagen Polo автомобиле менән ҡаршыға килгән 21 йәшлек Күмертау егете идара иткән Skoda Rapid автомобиле менән төкөшкән.

Аварияла ике водитель һәм Skoda автомобиленең 71 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Skoda автомобиленең тағы ике пассажиры: 26 йәшлек егет һәм 29 йәшлек ҡыҙ дауаханаға оҙатылған. «Skoda» водителенең Мораҡ ауылынан Өфөгә пассажирҙар ташыуы билдәле. Һәләк булған ҡыҙ ауылдан урындағы үҙәк дауаханаға юлланған.

«Әле урынында хәрәкәт ябылған, юл-транспорт ваҡиғаһын урап үтеү ойошторолған. Хәлдәр аныҡлана. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш», - тип хәбәр итте Владимир Севастьянов.

Шулай уҡ уҡығыҙ:

 Хәйбуллалар фажиғәгә тарыған...

Таң менән өс кеше һәләк булған

Видео:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас