ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Октябрь 2022, 06:17

Хәйбуллалар фажиғәгә тарыған...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 63 йәшлек пассажир ашығыс медицина ярҙамы машинаһында йән биргән, ә 16 йәшлек ҡыҙ...

ЮХХДИ Хәйбуллалар фажиғәгә тарыған...ЮХХДИ Хәйбуллалар фажиғәгә тарыған...
Хәйбуллалар фажиғәгә тарыған...Фото:ЮХХДИ

Башҡортостанда төнгө сәғәт 2-лә Йылайыр районында Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 238-се саҡрымында "Renault Logan Stepway" автомобиле менән идара иткәндә Хәйбулла районында йәшәгән 52 йәшлек ир уң яҡ кюветҡа сығып осҡан.

Авария һөҙөмтәһендә 63 йәшлек пассажир ҡатын ашығыс медицина ярҙамы машинаһында йән биргән. Тағы бер 16 йәшлек ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауахнаға оҙатылған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү башланған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.

Мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хөрмәтле водителдәр, фажиғәләргә тарымаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәгеҙ!

 

Видео:ЮХХДИ
Хәйбуллалар фажиғәгә тарыған...
Хәйбуллалар фажиғәгә тарыған...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас