ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Октябрь 2022, 07:15

Таң менән өс кеше һәләк булған

Магнитогорск-Ира юлындағы ҡот осҡос аварияла ике водитель, такси пассажиры ваҡиға урынында йән биргән

Таң менән өс кеше һәләк булғанТаң менән өс кеше һәләк булған
Таң менән өс кеше һәләк булған

Прокуратура Күгәрсен районында өс кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү башлаған. Республика күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн иртән Магнитогорск-Ира юлының 348-се саҡрымында “Фольксваген Поло” менән “Шкода Рапид” автомобилдәре төкөшкән.

Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡотҡарыусылары, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, табиптар саҡырыла. Ҡотҡарыусылар емерек машиналарҙан кешеләрҙе сығара.

Skoda автомобиленең руле артында такси водителе булған,  ул «Мораҡ - Өфө» рейсында хеҙмәттәр күрһәткән. Аварияла ике водитель, такси пассажиры ваҡиға урынында һәләк була, ике граждан дауаханаға оҙатыла.

«Тикшереү барышында прокуратура ваҡиға сәбәптәрен асыҡларға, шулай уҡ таксиҙар менән пассажирҙар һәм багаж ташыу, автомобилдең техник торошон, хеҙмәтләндереүен һәм ремонтын контролдә тотоу тураһында ҡануниәтте үтәүгә баһа бирергә тейеш. Нигеҙ булған осраҡта, прокурор тарафынан саралар күреү тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк. Күгәрсен районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Александр Кононов хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген координациялау өсөн урынға юлланды», - тип хәбәр иттеләр күҙәтеү ведомствоһынан.

 

фото:ЮХХДИ, МЧС РБ.
 
Таң менән өс кеше һәләк булған
Таң менән өс кеше һәләк булған
Таң менән өс кеше һәләк булған
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас