

Был көндө Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ өсөн башын һалған яугирҙар йәнә иҫкә алынды. Мәмбәт ауылынан фронтҡа киткән 67 ир-уҙамандарҙың береһе Әхмәтхан Мәмбәтовтың ерләнгән урынынан – Ростов өлкәһенән тупраҡ килтерелеп, яугирҙың ҡатынының ҡәберенә һибелде. Был сарала шулай уҡ хөрмәтле ветераныбыҙ Фәтхулла Әһлиулла улы ла бик теләп ҡатнашты.
«Әхмәтхан Мәмбәтов Мәмбәт ауылында тыуған. Ир ҡорона еткәс, ул минең апайыма – Әһлиулла Юламановтың иң өлкән ҡыҙы Вазифаға өйләнде. Улар дүрт балаға ғүмер бирҙеләр. Әхмәтхан еҙнәй колхоз рәйесе булып эшләне. Мине гел үҙе менән алып йөрөй ине. 1941 йылда һуғыш башланғас, ноябрҙә ул ат менән фронтҡа юлланды һәм Дим станцияһында формалашҡан 112-се Башҡорт атлы дивизияһына составына эләкте. 1942 йылдың 5 мартында мине лә һуғышҡа алдылар. Һәм мин Әхмәтхан еҙнәйемде эҙләп, Дим станцияһына килдем. Әммә уны осрата алманым, уларҙы фронтҡа ебәргәндәр ине. Ә мине икенсе дивизияға алдылар. Шулай итеп уны осратырға насип булманы һәм уның яҙмышы оҙаҡ йылдар билдәһеҙ булды. 1942 йылдың декабренән алып ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнде. Вазифа апайым һуңғы һулышынаса уны көттө, башҡа кейәүгә сыҡманы. Яңғыҙы дүрт балаһын башлы-күҙле итте. Бөгөн шатлыҡлы ваҡиға – апайымдың кесе улы Миҙхәт нисәмә йылдар буйы эҙләнеүҙәр үткәреп, атаһы Әхмәтхандың ерләнгән урынын табып, шул ерҙән тупрағын тыуған яғына алып ҡайтты. Был беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс», – тип шатлығы менән уртаҡлашты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламанов.
Тулы мәҡәләне «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитендә уҡығыҙ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ: