ЙӘМҒИӘТ
24 Июнь 2022, 08:11

Әсәйем һуңғы һулышына тиклем һине көттө, атай!

“Ростов өлкәһендәге туғандар ҡәберлегендә атайымдың, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының батыр яугиренең,  мәңгелек төйәген таптым”,--ти яҡташыбыҙ Миҙхәт Мәмбәтов

Әсәйем һуңғы һулышына тиклем һине көттө, атай!Әсәйем һуңғы һулышына тиклем һине көттө, атай!
Әсәйем һуңғы һулышына тиклем һине көттө, атай!

22 июндә Ростов өлкәһенең Обливск районында  112-се Башҡорт кавалерия дивзияһы яугирҙәренә иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Унда 1942 йылдың декабрендә һәләк булған 12 яугирҙең исемдәре уйып яҙылған. Таҡтаташты асыуға Башҡортостандан батырҙарҙың туғандары һәм яҡындары килде.  Улар араһында яҡташыбыҙ Миҙхәт Мәмбәтов та улы Юламан менән берлектә атаһының ҡәберлеге алдында баш эйҙе.

Өфө ҡалаһында йәшәгән арҙаҡлы яҡташыбыҙ, ғалим-әҙәбиәт белгесе,филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре,  Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Миҙхәт Мәмбәтов атаһының утлы яу юлы үткән урындарға барып ҡайтты.

“Атайым фронтҡа киткәндә миңә ни бары ике ай булған. Минә уны күрергә, атайымдың көслө ҡулының һөйөүен тойорға, тауышын ишетергә тура килмәне”,--тип хәтерләй Миҙхәт Әхмәтхан улы.

 Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Әхмәтхан Мәмбәтов Ростов өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Ул  Обливск районы Деев хуторын азат иткән ваҡытта батырҙарса һәләк була.

Миҙхәт Мәмбәтов ғүмер буйы тиерлек атаһының утлы яу юлын эҙләй. Бары тик архив яҙмалары буйынса  атаһының үлгән көнөн һәм урыны билдәләй ала.

“Ниһайәт, мин атайымдың мәңгелек төйәген килеп күрә алдым. Туғандар ҡәберлегендә минең күңел торошом аңлашыла. Тулҡынланам да, атайымды күргәндәй булып, ҡыуанам да, шул уҡ ваҡытта беҙ, яугирҙар вариҫтары өсөн, ошо һәйкәлде һаҡлаусылар менән ғорурланам да”,-- ти ул “ДОН 24” телеканалына биргән интервьюһында.

-- Әсәйем күптән ер ҡуйынында, әммә ул һине көттө, атай! Ғүмер буйы көттө.. Һуңғы минуттарына, һуңғы һулышына тиклем көттө! Мин - һинең кинйә улың һәм ейәнең Юламан һинең үлмәҫ рухың алдында баш эйергә килдек, атай,--ти ул һәйкәлдәге атаһы рухына мөрәжәғәт итеп.

Башҡорт  батырҙарына таҡтаташ ҡуйылған Деев хуторы яланда урынлашҡан. Бында хәҙер бер кем дә йәшәмәй. Әммә немец-фашист илбаҫарҙарынан ерҙәрен азат иткән данлыҡлы кавалерия дивизияһы тураһында хәтерҙе Обливск районы кешеләре һаҡлай.  Урындағы эҙәрмәндәр 12 яугирҙың исемен билдәләй ала. Улар был эште әле лә дауам итәләр.

 

 

.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас