Степной ауылынан Рәфис Тазетдинов сираттағы еңеүе менән ҡыуандыра. 9 йәшлек малай был юлы "Салауат йыйыны" ХХ республика фольклор фестивале сиктәрендә ойошторолған ат-спорт ярыштарында ҡатнашып, шул иҫәптән "Алан" ҡушаматлы атында башҡорт тоҡомло аттары араһында 2,6 километр арауыҡҡа сабышта ярыша һәм финиш һыҙығын беренсе булып үтә. Әйткәндәй, ул быға тиклем һабантуйҙа һәм Генерал Миңлеғәле Шайморатов призына башҡорт тоҡомло аттар араһында ярыштарҙа 1-се урындар алғайны. Афарин, ҡотлайбыҙ!