Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Июнь , 16:13

Ат сабышы – Һабантуй күрке

Ниндәй һабантуй ат сабыштарһыҙ үтһен! Ат сабышы элек-электән һабантуй байрамының иң сағыу биҙәге булып тора. Һабан байрамына күп кенә хәйбуллалар тап ошо тамашаны ҡарарға ҙур теләк менән килә.  Был юлы ла ауыл хужалығының хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләгәндән һуң, һабантуйҙың иң сағыу бәйгеһе - ат сабышы башланды.

Ат сабышы – Һабантуй күрке
Ат сабышы – Һабантуй күрке

Ниндәй һабантуй ат сабыштарһыҙ үтһен! Ат сабышы элек-электән һабантуй байрамының иң сағыу биҙәге булып тора. Һабан байрамына күп кенә хәйбуллалар тап ошо тамашаны ҡарарға ҙур теләк менән килә.  Был юлы ла ауыл хужалығының хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләгәндән һуң, һабантуйҙың иң сағыу бәйгеһе - ат сабышы башланды. Елдәй елгән арғымаҡтар күңелдәрҙе елкендереп, бер-бер артлы киң майҙанды урап ярышты.  

Тәүгеләрҙән булып ярышта 2 йәшкә тиклемге аттарҙа ҡатнашҡан  жокейҙар 1,6 км арауыҡта уҙышты һәм беренсе булып финишҡа «Милан» ҡушаматлы саптарында Берәк Торғонбаев (Силәбе өлкәһе Бреды ауылы) килде, «Сокол» ҡушаматлы атында Александр Аҫылбаев, 2-се булып финиш һыҙығы аша үтә, ә өсөнсөлә – «Барбара» ҡушаматлы арғымағында Данияр Баҙарбаев (икеһе лә - М.Ишкининдың шәхси хужалығы, Әҙел ауылы).

Артабан старт һыҙығына Хәйбулла районы  фермер хужалыҡтарынан башҡорт тоҡомло аттарында биш һыбайлы сыҡты, улар 4,8 километр арауыҡҡа сабышты. Һөҙөмтәлә Степной ауылынан 9 йәшлек Рәфис Тазетдинов (И.Тазетдинов КФХ-һы) «Алан» ҡушаматлы атында еңеү яуланы. Унан саҡ ҡына ҡалышып, ярышта ҡатнашыусы берҙән-бер ҡыҙ –  «Малай» саптарында Иҫәнгилденән 9 йәшлек Нургизә Күсәрбаева (Н.Күсәрбаев КФХ-һы) 2-се булһа, 3-сө урында – «Малыш» ҡушаматлы арғымағында Степнойҙан Виталий Рогалев (В.Рогалев КФХ-һы).

Ат сабышы – Һабантуй күрке
Ат сабышы – Һабантуй күрке
Ат сабышы – Һабантуй күрке

Киләһе сабышта һыбайлылар Хәйбулла районы хужалыҡтарының эш аттары араһында 3,2 саҡрым арауыҡта уҙышты. Был ярышта Нургизә Күсәрбаева беренселекте бирмәне. Сая ҡыҙ был сабышта «Маэстро» ҡушаматлы атында ярышҡайны. 2-се урынды «Френкель» саптарында Степнойҙан Айгиз Тазетдинов (И.Тазетдинов КФХ-һы), ә 3-сө урынды «Серик»та Айнур Тазетдинов (Т.Ғафаров шәхси хужалығы) яуланы. Шулай уҡ «Саян» атында 4-се килгән Батыр Мәжитов (А.Кинйәбаев шәхси хужалығы) һәм «Буян»да   5-се урын алған Артур Аралбаевҡа (З.Аралбаев шәхси хужалығы) аҡсалата сертификаттар тапшырылды.

Шулай уҡ биш һәүәҫкәр жокей ҡатнашҡан юртаҡтар ярышы ла ҡыҙыҡлы булды. Беренсе булып финиш һыҙығын «Гирлянда» атында Баймаҡ районынан Мирфәт Әбйәлилов үтте, еңеүсенең райондашы «Грей»ҙа Дамир Диңгеҙбаев һәм «Ҡараҡай» атында Яңы Ергән ауылынан Рушан Ишбулдин (З.Ҡырымғужин КФХ-һы) бер аҙ ҡалышты.

Ат спорты ярыштары традиция буйынса бәйге менән тамамланды. Бында һыбайлылар 3 йәштән өлкәнерәк аттарҙа 6,4 км арауыҡта сабышты. Һөҙөмтәлә финал ярыштарҙа еңеүҙе «Аллазал» арғымағында Әҙел ауылынан Дмитрий Антоненко (М.Ишкинин шәхси хужалығы) яуланы, икенселә – «Мутный» ҡушаматлы саптарҙа Данияр Баҙарбаев (М.Ишкинин шәхси хужалығы), өсөнсө булып финиш һыҙығын «Грек»та Вәлит ауылынан Фәрит Әлибаев үтте, ә дүртенселә Ырымбур өлкәһе ҡунағы Александр Аҫылбаев.

Ат спорты ярыштарының бөтә еңеүселәре һәм призерҙары дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.  Иң оло йәштәге ҡатнашыусы Өфө ауылынан 68 йәшлек уҙаман Аҡбирҙе Кәримов һәм иң йәш һыбайлы 8 йәшлек Данил Насибуллин да айырым билдәләнде.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: