Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
10 Июнь , 15:48

«Бәләкәйҙән атта йөрөргә яратам»

ти көсөргәнешле, мауыҡтырғыс һәм мәртәбәле бәйгелә ҡатнашҡан Вәлит ауылынан Фәрит Әлибаев

«Бәләкәйҙән атта йөрөргә яратам»
«Бәләкәйҙән атта йөрөргә яратам»

Ниндәй һабантуй ат сабыштарһыҙ үтһен! Ат сабышы элек-электән һабантуй байрамының иң сағыу биҙәге булып тора. Һабан байрамына күп кенә хәйбуллалар тап ошо тамашаны ҡарарға ҙур теләк менән килә.  Был юлы ла ауыл хужалығының хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләгәндән һуң, һабантуйҙың иң сағыу бәйгеһе - ат сабышы башланды. Елдәй елгән арғымаҡтар күңелдәрҙе елкендереп, бер-бер артлы киң майҙанды урап ярышты.  

Ат спорты ярыштары традиция буйынса бәйге менән тамамланды. Көсөргәнешле, мауыҡтырғыс һәм мәртәбәле ярышта һыбайлылар 3 йәштән өлкәнерәк аттарҙа 6,4 км арауыҡта сабышты. Һөҙөмтәлә финал ярыштарҙа еңеүҙе «Аллазал» арғымағында Әҙел ауылынан Дмитрий Антоненко (М.Ишкинин шәхси хужалығы) яуланы, икенселә – «Мутный» ҡушаматлы саптарҙа Данияр Баҙарбаев (М.Ишкинин шәхси хужалығы), өсөнсө булып финиш һыҙығын «Грек»та Вәлит ауылынан Фәрит Әлибаев үтте, ә дүртенселә Ырымбур өлкәһе ҡунағы Александр Аҫылбаев.

Фәрит Әлибаев, Вәлит ауылы:

–Бәләкәйҙән һыбай йөрөргә яратам. Әлеге ваҡытта шахтала эшләйем, форсат тейгәндә ат ярыштарында, Ылаҡ уйындарында ҡатнашам. Бөгөн сабыштарға алып килгән арғымағым «Грек»ты әле ныҡлап ярыштарға өйрәтмәгәйнем. Шулай ҙа мәртәбәле бәйгелә 3-сө урын яулай алыуыма ҡыуанам.

«Бәләкәйҙән атта йөрөргә яратам»
«Бәләкәйҙән атта йөрөргә яратам»
«Бәләкәйҙән атта йөрөргә яратам»
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: