Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
10 Июнь , 15:17

Аты барҙың – дәрте бар

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ауылы уҙаманы 69 йәшлек Аҡбирҙе Айса улы Кәримов юртаҡтар сабышында ҡатнашты

Аты барҙың – дәрте бар
Аты барҙың – дәрте бар

Ниндәй һабантуй ат сабыштарһыҙ үтһен! Ат сабышы элек-электән һабантуй байрамының иң сағыу биҙәге булып тора. Һабан байрамына күп кенә хәйбуллалар тап ошо тамашаны ҡарарға ҙур теләк менән килә.  Был юлы ла ауыл хужалығының хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләгәндән һуң, һабантуйҙың иң сағыу бәйгеһе - ат сабышы башланды. Елдәй елгән арғымаҡтар күңелдәрҙе елкендереп, бер-бер артлы киң майҙанды урап ярышты.  

Юртаҡтар ярышы ла ҡыҙыҡлы булды. Беренсе булып финиш һыҙығын «Гирлянда» атында Баймаҡ районынан Мирфәт Әбйәлилов үтте, еңеүсенең райондашы «Грей»ҙа Дамир Диңгеҙбаев һәм «Ҡараҡай» атында Яңы Ергән ауылынан Рушан Ишбулдин (З.Ҡырымғужин КФХ-һы) бер аҙ ҡалышты. Ошо сабышта «Шайтан» ҡушаматлы ат менән ярыҡан Өфө ауылы уҙаманы 69 йәшлек Аҡбирҙе Кәримов призлы урындар алмаһа ла, һабантуйҙа ҡатнашыуына бик шат. «Һабантуйҙа элек-электән, мәктәп йылдарынан ат сабыштарында ҡатнаштым, призлы урындар ҙа алдым, еңеүҙәр ҙә булды. Бөгөн дә 69 йәшемдә һабантуйҙа юртаҡтар сабышында ярыштым.  «Шайтан» ҡушаматлы атты тәүге тапҡыр ярыштарға алып килгәйнем, бәлки яҡшылап өйрәткәс, насип булһа, киләһе йылдарҙа яҡшыраҡ сығыш яһар, тип уйлайым», - тине Аҡбирҙе Айса улы. Әйткәндәй, Өфө ауылы уҙаманы иң оло йәштәге ҡатнашыусы булараҡ айырым билдәләнде.

Аты барҙың – дәрте бар
Аты барҙың – дәрте бар
Аты барҙың – дәрте бар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: