Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Февраль , 09:49

"Көн дә тиерлек ҡышҡы кистәрҙә Таналыҡ буйында саңғыла йөрөйөм"

— ти 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы Фидель Баймырҙин

"Көн дә тиерлек ҡышҡы кистәрҙә Таналыҡ буйында саңғыла йөрөйөм"
"Көн дә тиерлек ҡышҡы кистәрҙә Таналыҡ буйында саңғыла йөрөйөм"

Аҡъяр ауылында Таналыҡ буйында уҙған ярыштарҙа төрлө йәштәге 100-нән ашыу саңғысы ҡатнашты. Был юлы саңғы ярыштарын үҙ итеүселәр бөтә райондан, шулай уҡ Сибай һәм Гай ҡалаларынан килде.  

Һауа торошо ла спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы, трасса ла шәп булды, шуға күрә ҡатнашыусыларға был матур көндө ләззәтләнеп ярышыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡалманы. Ололарҙы һәм кеселәрҙе берләштергән спорт байрамы, ярыштарҙа ҡатнашыусыларға күтәренкелек, энергия һәм яҡшы кәйеф бүләк итеп, бик тиҙ үтте. Әммә йөҙәрләгән спортсы араһында еңеүгә дәғүә итеү ауыр һынау. Иң мөһиме — саңғыла яңы баҫҡандарға финишҡа етеү. Бөгөн урын алыу түгел, ә ҡатнашыу үҙе ҡыуаныс ине. Стартҡа йәмғеһе 107 кеше баҫты — улар араһында оҙаҡ йылдар ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ҙә, тәүге тапҡыр саңғыға баҫыусылар ҙа, тотош ғаиләһе менән килеүселәр ҙә бар ине. Улар араһында күп тапҡыр ярыштарҙа еңеүсе 1-се Аҡъяр мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Фидель Баймырҙин да бар ине.

—5 йәштән төрлө кимәлдәге саңғы ярыштарында ҡатнашам. Һуңғы йылдарҙа район ярыштарында гел дә 1-се урын алам, бөгөн дә еңеү яуланым. Былтыр Әбйәлил районы Асҡар ауылында, ә быйыл Сибайҙа үткәрелгән ярыштарҙа ла финишҡа беренсе булып килгәйнем. Көн дә тиерлек ҡышҡы кистәрҙә Таналыҡ буйында саңғыла йөрөйөм. Атайым, әсәйем һәм ағайым да саңғыла йөрөүҙе хуп күрә, — ти Фидель.

Шулай уҡ уҡығыҙ:Кесеһе лә, олоһо ла – барыһы баҫты саңғыға!

"Көн дә тиерлек ҡышҡы кистәрҙә Таналыҡ буйында саңғыла йөрөйөм"
"Көн дә тиерлек ҡышҡы кистәрҙә Таналыҡ буйында саңғыла йөрөйөм"
"Көн дә тиерлек ҡышҡы кистәрҙә Таналыҡ буйында саңғыла йөрөйөм"
"Көн дә тиерлек ҡышҡы кистәрҙә Таналыҡ буйында саңғыла йөрөйөм"
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: