Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
3 Февраль , 16:05

Кесеһе лә, олоһо ла – барыһы баҫты саңғыға!

Бөгөн Аҡъяр ауылында Таналыҡ буйында уҙған ярыштарҙа төрлө йәштәге 100-нән ашыу саңғысы ҡатнашты.

Кесеһе лә, олоһо ла – барыһы баҫты саңғыға!
Кесеһе лә, олоһо ла – барыһы баҫты саңғыға!

Был юлы саңғы ярыштарын үҙ итеүселәр бөтә райондан, шулай уҡ Сибай һәм Гай ҡалаларынан килде.  Сара муниципаль район Хакимиәте башлығы ярҙамында ойошторолдо һәм «Рәсәй саңғыһы» бөтә Рәсәй саңғы ярышының бер өлөшө булып тора.

Һауа торошо ла - спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы, трасса ла шәп булды, шуға күрә ҡатнашыусыларға был матур көндө ләззәтләнеп ярышыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡалманы. Ололарҙы һәм кеселәрҙе берләштергән спорт байрамы, ярыштарҙа ҡатнашыусыларға күтәренкелек, энергия һәм яҡшы кәйеф бүләк итеп, бик тиҙ үтте. Ярыштар тамамланғас, ойоштороусылар төрлө йәш категорияларында иң яҡшыларҙы асыҡланы. Әммә йөҙәрләгән спортсы араһында еңеүгә дәғүә итеү ауыр һынау. Иң мөһиме — саңғыла яңы баҫҡандарға финишҡа етеү. Бөгөн урын алыу түгел, ә ҡатнашыу үҙе ҡыуаныс.

Стартҡа 100-ән ашыу кеше баҫты - улар араһында оҙаҡ йылдар ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ҙә, тәүге тапҡыр саңғыға баҫыусылар ҙа, тотош ғаиләһе менән килеүселәр ҙә бар ине.  Иң оло ҡатнашыусы –  Аҡъяр ауылынан 72 йәшлек Миңлеғәлим Әхмәт улы Бохарбаев саңғы ярышында йәштәрҙән ҡалмай ярышып, үҙ йәш категорияһында еңеүсе булды.  Әйтергә кәрәк, ярышта көйәрмәндәр ҙә әүҙем булды. Улар саңғысыларҙы дәррәү генә ҡеүәтләп торҙо, һәр береһен оҙатып, финишта ихлас ҡаршы алды. Ә 1-се Аҡъяр мәктәбе хеҙмәткәрҙәре сара ҡунаҡтарын һәм спортсыларҙы йылы сәй һәм тәмлекәстәр менән һыйланы.  Күтәренке кәйеф өсөн дәртле йырҙар ҙа яңғыраны. Ярышта ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.  

Ярыштарҙа ҡатнашыусы һәр кемдең финиш һыҙығын тәүгеләрҙән үтеү сәме көслө ине. Әммә еңеү был юлы ла етеҙҙәргә йылмайҙы.

 70 йәштән өлкәндәр араһында:

1-се урын – Миңлеғәлим Бохарбаев (Аҡъяр ауылы).

 

60-69 йәшлектәр араһында:

1-се урын – Зиннур Байбулатов (Аҡъяр), Заһира Биккинина (Аҡъяр)

2-се урын – Ишмөхәмәт Торошев (Аҡъяр), Әлфиә Игебаева (Аҡъяр)

3-сө урын – Рафаэль Әбсәләмов (Өфө ауылы)

 

50-59 йәшлектәр араһында:

1-се урын – Әнәс Ҡотоев (Аҡъяр)

2-се урын – Рәил Ғәлиев (Бәләкәй Арыҫланғол)

3-сө урын – Арыҫлан Хәйбуллин (Аҡъяр)

 

40-49 йәшлектәр араһында:

1-се урын – Радик Аҡманов (Аҡъяр), Әлфиә Киреева (Аҡъяр)

2-се урын – Альберт Сайпанов (Бүребай), Нәзирә Рәхмәтова (Аҡъяр)

3-сө урын – Рөстәм Аблаев (Аҡъяр), Венера Гвоздева (Аҡъяр)

 

30-39 йәшлектәр араһында:

1-се урын – Азат Ҡырымғужин (Сибай), Әнисә Данилова (Аҡъяр)

2-се урын – Ришат Ильясов (Аҡъяр), Юлиә Юланова (Аҡъяр)

3-сө урын – Фаил Юнысов (Петропавловка), Гөлиә Исҡужина (Аҡъяр)

 

18-29 йәшлектәр араһында:

1-се урын – Айгиз Тазетдинов (Степной), Азалия Мөхәмәтйәнова (Аҡъяр)

2-се урын –   (Аҡъяр), Фидәлиә Ҡоҙабаева (Аҡъяр)

3-сө урын –   (Аҡъяр), Айгөл Солтанова (Аҡъяр)

 

13-15 йәшлектәр араһында:

1-се урын – Фидель Баймырҙин (Аҡъяр), Вилена Илбаҡтина (Гай)

2-се урын – Әмир Фәттәхов (Гай), Алиса Алексеева (Гай)

3-сө урын – Дауыт Мөхәмәтйәнов (Гай), Анна Терешкова (Аҡъяр)

 

10-12 йәшлектәр араһында:

1-се урын – Арсений Алексеев (Гай), Наҙгөл Рәхмәтова (Аҡъяр)

2-се урын – Байрас Сайпанов (Бүребай), Нәргизә Фәтҡуллина (Аҡъяр)

3-сө урын – Азат Рәхмәтов (Аҡъяр), Гөлфинә Ҡыҙрасова (Әбеш)

 

10 йәшкә тиклемгеләр араһында:

1-се урын – Данир Күскилдин (Әбеш), Алина Фәттәхова (Гай)

2-се урын – Тимур Мөхәмәтйәров (Әбеш), Зөлхизә Аралбаева (Аҡъяр)

3-сө урын – Искәндәр Искәнйәров (Аҡъяр), Луиза Әбделмәнова (Әбеш)

 

Ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре араһында:

1-се урын – Альберт Сайпанов (Хәйбулла район электр селтәрҙәре)

2-се урын – Рөстәм Аблаев (Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты)

3-сө урын – Р.Морозов (Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: