Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
6 Февраль , 14:34

Бергәләп саңғыла шыуабыҙ

Аҡъяр ауылынан Исҡужиндар ғаиләһе бергәләп ярыштарҙа ҡатнашты

Бергәләп саңғыла шыуабыҙ
Бергәләп саңғыла шыуабыҙ

Аҡъяр ауылында Таналыҡ буйында уҙған ярыштарҙа төрлө йәштәге 100-нән ашыу саңғысы ҡатнашты. Был юлы саңғы ярыштарын үҙ итеүселәр бөтә райондан, шулай уҡ Сибай һәм Гай ҡалаларынан килде.  

Һауа торошо ла спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы, трасса ла шәп булды, шуға күрә ҡатнашыусыларға был матур көндө ләззәтләнеп ярышыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡалманы. Ололарҙы һәм кеселәрҙе берләштергән спорт байрамы, ярыштарҙа ҡатнашыусыларға күтәренкелек, энергия һәм яҡшы кәйеф бүләк итеп, бик тиҙ үтте. Әммә йөҙәрләгән спортсы араһында еңеүгә дәғүә итеү ауыр һынау. Иң мөһиме — саңғыла яңы баҫҡандарға финишҡа етеү. Бөгөн урын алыу түгел, ә ҡатнашыу үҙе ҡыуаныс ине. Стартҡа йәмғеһе 107 кеше баҫты — улар араһында оҙаҡ йылдар ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ҙә, тәүге тапҡыр саңғыға баҫыусылар ҙа, тотош ғаиләһе менән килеүселәр ҙә бар ине. Аҡъяр ауылынан Исҡужиндар ғаиләһе лә бергәләп ярышҡа килде.

–Бөгөнгө ярышҡа 10 йәшлек ҡыҙым Зөлфиә һәм 7 йәшлек улым Илдейәр менән бергә килдем. Үҙебеҙҙе спортсы тип иҫәпләмәйбеҙ, әммә саңғыға баҫмаған көн заяға уҙған көн тип уйлайбыҙ һәм үҙ һаулығыбыҙ ҡайғыртып, аҙнаһына бер нисә тапҡыр бергәләп өй тирәһендә саңғыла йөрөйбөҙ, — тине үҙ категорияһында 3-сө урын яулаған Гөлиә Исҡужина.

Шулай уҡ уҡығыҙ:Кесеһе лә, олоһо ла – барыһы баҫты саңғыға!

Бергәләп саңғыла шыуабыҙ
Бергәләп саңғыла шыуабыҙ
Бергәләп саңғыла шыуабыҙ
Бергәләп саңғыла шыуабыҙ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: