Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
6 Февраль , 15:10

Аҡъяр ауылы уҙамандары өлгө күрһәтә

Миңлеғәлим Әхмәт улы Бохарбаев һәм Зиннур Ғизетдин улы Байбулатов саңғы ярышында йәштәрҙән ҡалмай ярышып, еңеүсе булды! 

Аҡъяр ауылы уҙамандары өлгө күрһәтә
Аҡъяр ауылы уҙамандары өлгө күрһәтә

Аҡъяр ауылында Таналыҡ буйында уҙған ярыштарҙа төрлө йәштәге 100-нән ашыу саңғысы ҡатнашты. Был юлы саңғы ярыштарын үҙ итеүселәр бөтә райондан, шулай уҡ Сибай һәм Гай ҡалаларынан килде.  

Һауа торошо ла спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы, трасса ла шәп булды, шуға күрә ҡатнашыусыларға был матур көндө ләззәтләнеп ярышыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡалманы. Ололарҙы һәм кеселәрҙе берләштергән спорт байрамы, ярыштарҙа ҡатнашыусыларға күтәренкелек, энергия һәм яҡшы кәйеф бүләк итеп, бик тиҙ үтте. Әммә йөҙәрләгән спортсы араһында еңеүгә дәғүә итеү ауыр һынау. Иң мөһиме — саңғыла яңы баҫҡандарға финишҡа етеү. Бөгөн урын алыу түгел, ә ҡатнашыу үҙе ҡыуаныс ине. Стартҡа йәмғеһе 107 кеше баҫты — улар араһында оҙаҡ йылдар ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ҙә, тәүге тапҡыр саңғыға баҫыусылар ҙа, тотош ғаиләһе менән килеүселәр ҙә бар ине. Иң оло ҡатнашыусылар –  Аҡъяр ауылынан 72 йәшлек Миңлеғәлим Әхмәт улы Бохарбаев һәм 69 йәшлек Зиннур Ғизетдин улы Байбулатов саңғы ярышында йәштәрҙән ҡалмай ярышып, үҙ йәш категорияларында еңеүсе булды. 

Миңлеғәлим Бохарбаев, Башҡортостандың Һаулыҡ һаулау отличнигы:

–Саңғы ла йөрөү организм өсөн бик файҙалы. Үҙем 5-се кластан саңғыла йөрөйөм, шунан алып төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаштым. Район чемпионы ла булдым, баш ҡалабыҙ Өфөлә лә уҙыштым. Әле 72 йәш тулһа ла, көн аша саңғыла йөрөрөргә тырышам. Форсат тейгәндә бассейнға барам, йәйге айҙарҙа велосипедта йөрөйөм.

Зиннур Байбулатов, хеҙмәт ветераны:

–Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнәм. Хәҙер 70-те ҡыуалаһам да йүгерергә, велосипедта һәм саңғыла йөрөргә, волейбол уйнарға яратам. Ярыштарға махсус рәүештә әҙерләнмәнем, әммә көн һайын тиерлек саңғыла бер нисә саҡрым үтергә тырышам. Был шөғөл һаулыҡты нығыта, йәшәүгә көс-дәрт тә бирә.

Шулай уҡ уҡығыҙ:Кесеһе лә, олоһо ла – барыһы баҫты саңғыға!

Аҡъяр ауылы уҙамандары өлгө күрһәтә
Аҡъяр ауылы уҙамандары өлгө күрһәтә
Аҡъяр ауылы уҙамандары өлгө күрһәтә
Аҡъяр ауылы уҙамандары өлгө күрһәтә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: