Хәйбулла районының ылаҡ уйыны буйынса командаһы Иҫәнгилде ауылында ҡышҡы күнекмәләр уҙғарҙы.
Башҡорт халҡының "Ылаҡ" уйынының маҡсаты: ат өҫтөндә сабып барған килеш "кәзә түшкәһен" (ылаҡты) эләктереп алып, тартып алырға тырышҡан ҡаршы команданың ярышыусыларына бирмәйенсә, билдәләнгән урынға алып барып еткереп, ҙур "ҡаҙанға" ырғытырға кәрәк. Шуға күрә бында һыбайлыларҙы һәм егелгән аттарҙы ҡатмарлы ярыштарға әҙерләүҙән тыш, үҙ-ара ярҙамлашыу, иптәшеңдең иңен тойоу йәғни команда рухын булдырыу ҙа мөһим.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеү сиктәрендә, беҙҙең районда тәүге тапҡыр Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондары командалары ҡатнашлығында "Ылаҡ" милли уйыны үтте. Көсөргәнешле турнирҙа беҙҙең егеттәр 1-се урынды яуланы! Киләһе уйындарҙа ла һынатмағыҙ, уңыштар юлдаш булһын!