СПОРТ
7 Октябрь 2023, 10:54

Ылаҡсылар көс һынашты

 Аҡъярҙа Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән райондары командалары ҡатнашлығында «Ылаҡ» уйыны буйынса турнир ойошторолдо.

Ылаҡсылар көс һынаштыЫлаҡсылар көс һынашты
Ылаҡсылар көс һынашты

Аҡъяр ауылының "Уңыш" стадионында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Байрамда ҡатнашыусыларға башҡорт халҡының "Ылаҡ" уйынын ҡарарға форсат тейҙе.  Уйындың маҡсаты:   ат өҫтөндә сабып барған килеш "кәзә түшкәһен" (ылаҡты) эләктереп алып, тартып алырға тырышҡан башҡа ярышыусыларға бирмәйенсә, билдәләнгән урынға алып барып еткереп, ҙур ҡаҙанға ырғытырға кәрәк.  

Иҙел Баймөхәмәтов, Бөрйән районы ылаҡсылар командаһы капитаны:

- Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы командаһы 10 йыл элек ойошторолған. Шунан бирле төрлө райондарҙа уҙғарылған, шул иҫәптән "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале сиктәрендә үткәрелгән Ылаҡ уйындарында ҡатнашып, төрлө призлы урындарға лайыҡ булдыҡ.  Бөрйән районы командаһы составында Ҡаҙағстан егеттәре менән бергә Ҡытайҙа уҙғарылған ярыштарҙа ла ҡатнашыусылар бар. Ылаҡ уйыны беҙгә бик оҡшай. Был уйын һыбай йөрөү белеү генә түгел, ә рух ныҡлығы, бик күп көс, етеҙлек талап итә. Шуға даими күнекмәләр уҙғарыу мөһим.

Ылаҡсылар көс һынашты
Ылаҡсылар көс һынашты
Ылаҡсылар көс һынашты
Ылаҡсылар көс һынашты
Ылаҡсылар көс һынашты
Ылаҡсылар көс һынашты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас