СПОРТ
8 Декабря 2023, 04:45

Батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә

1-се Аҡъяр мәктәбендә милли көрәш буйынса район ярыштары үтте, улар ошо белем усағын ошо уҡыу йортон тамамлаған, Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордены кавалеры, Украина территорияһында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған гвардия кесе сержант Роберт Зәкиров  иҫтәлегенә арналды. 

Батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенәБатыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә
Батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә

1-се Аҡъяр мәктәбендә милли көрәш буйынса район ярыштары үтте, улар ошо белем усағын ошо уҡыу йортон тамамлаған, Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордены кавалеры, Украина территорияһында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған гвардия кесе сержант Роберт Зәкиров  иҫтәлегенә арналды. 

Турнирҙа Сиҙәм, 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре командалары ҡатнаша. Сараны асыу тантанаһында  мәктәп директоры Юлай Солтанов йәш көрәшселәрҙе сәләмләп, уларға уңыштар теләне.
Геройҙың өләсәһе Фәхерниса Юлдашбаева һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы "Бурый" позывнойлы яугир бөгөнгө спорт сараһының почетлы ҡунаҡтары булды.
Ярыштар йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәгесә бүленә.

Команда зачетында:
1-се урын 1-се Аҡъяр мәктәбе (тренеры Ғ.Ғ. Мәмбәтов);
2-се урын Сиҙәм ауылы мәктәбе;
3-сө урын 2-се Аҡъяр мәктәбе.

25 килограмға тиклемге ауырлыҡ  категорияһында:
1 урын-Данил Хунафин (1-се Аҡъяр мәктәбе);
2 урын Соболев Мирослав (1-се Аҡъяр мәктәбе);
3 урын-Айнур Семенов (1-се Аҡъяр мәктәбе).

30 килограмға тиклемге ауырлыҡ  категорияһында:
1 урын-Иҫәнгилдин Рәмзил (Сиҙәм ауылы мәктәбе);
2 урын-Мәмбәтов Илһам (1-се Аҡъяр мәктәбе);
3 урын Әмирханов Илдар (2-се Аҡъяр мәктәбе).

36 килограмға тиклемге ауырлыҡ  категорияһында:
1 урын-Иҫәнгилдин Дилшат (Сиҙәм ауылы мәктәбе);

40 килограмға тиклемге ауырлыҡ  категорияһында:
1 урын-Рәхмәтов Илмир (1-се Аҡъяр мәктәбе);
2 урын Соболев Кирилл (1-се Аҡъяр мәктәбе);
3 урын Кәримов Суфиян (1-се Аҡъяр мәктәбе).

45 килограмға тиклемге ауырлыҡ  категорияһында:
1 урын-Рахманғолов Алмаз (1-се Аҡъяр мәктәбе);
2 урын-Исханов Радмир (Сиҙәм ауылы мәктәбе);
3 урын Аманбаев Айнур (Сиҙәм ауылы мәктәбе).

50 килограмға тиклемге ауырлыҡ  категорияһында:
3 урын-Асҡаров Эрик (1-се Аҡъяр мәктәбе).

55 килограмға тиклемге ауырлыҡ  категорияһында:
1 урын-Байымов Тимур (Сиҙәм ауылы мәктәбе);

60 килограмға тиклемге ауырлыҡ  категорияһында:
1 урын Фазлеев Ғәзим (1-се Аҡъяр мәктәбе).

Спорт турнирында иң яҡшы көрәшселәр айырым билдәләнде: Данил Хунафин, Радмир Исхаҡов һәм Суфиян Кәримов махсус кубоктарға лайыҡ була!
Ярышта еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар менән бүләкләнә!

 

Батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә
Батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә
Батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас