

Хәйбуллалар Украинала махсус операция барышында батырҙарса һәләк булған Роберт Зәкиров менән бәхилләште
Аҡъяр ауылынан гвардия кесе сержант Роберт Вадим улы Зәкиров хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. 22 йәшлек егет тураһында үткән заманда яҙыуы бик ауыр. Ул биргән хәрби антына тоғро ҡалып, Ватаныбыҙ именлеге хаҡына баш һалды.
Харьков өлкәһенең Бражковка ауылы янында Рәсәй һалдаттары тарафынан дошмандың диверсион-разведка төркөмө асыҡлана. Миномет взводы командиры, 22 йәшлек Хәйбулла егете Роберт Зәкир улы миномет уты менән дошманды юҡ итеп, торлаҡ пунктты алыуға мөмкинлек аса. Әммә үҙе лә үлемесле яралана.
Мәтам сараһын Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров асты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Роберт хеҙмәт иткән хәрби часттан гвардия кесе сержант Александр Романовтар геройҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашып сығышт яһаны. Әсе ҡайғы һәм күҙ йәштәре менән һуғарылған хушлашыу сараһына, геройҙы һуңғы юлға оҙатырға туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, ауылдаштары, барлыҡ район халҡы йыйылды. Бәхил бул, Хәйбулла геройы! Туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай уларға түҙемлек, сабырлыҡ насип итһен.
Тыныс йоҡла, һалдат!