СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
18 Июнь 2023, 06:43

Яңғыҙ атай өс баланы лайыҡлы тәрбиәләй

Ошо арала Аҡъяр ауылынан Рәшит Сафиуллиндың ишле ғаиләһе «Башҡортостан Ирҙәр ҡоро»  ойошмаһынан ярҙам алды 

Яңғыҙ атай өс баланы лайыҡлы тәрбиәләйЯңғыҙ атай өс баланы лайыҡлы тәрбиәләй
Яңғыҙ атай өс баланы лайыҡлы тәрбиәләй

Атайҙар ролен күтәреү буйынса «Башҡортостан Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы үҙ эшмәкәрлегендә социаль йүнәлеште айырып күрһәтә. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итә.  

Уҙған йылда РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров рәйеслегендәге Башҡортостандың Атайҙар ҡоро Сибай ҡалаһында 7-15 йәшлек дүрт баланы яңғыҙ тәрбиәләгән Батыр Изиковтың күп балалы ғаиләһе өсөн «һин яңғыҙ түгел» хәйриә программаһында координатор булып сығыш яһаны. Ғаилә дөйөм суммаһы 60 мең һумлыҡ адреслы ярҙам ала: һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы, микротулҡынлы мейес, үтек, кәстрүлдәр.

Бөгөн Аҡъяр ауылынан Рәшит Сафиуллиндың ишле ғаиләһе ярҙам алды: был кер йыуыу машинаһы һәм кейем шкафы. Атай 2009, 2011 һәм 2014 йылдарҙа тыуған өс бәлиғ булмаған баланы яңғыҙ тәрбиәләй.
Алда әле күп изге эштәр. Бергәләп беҙ-көс, күп ғаиләләргә ярҙам итә һәм лайыҡлы балалар тәрбиәләй алабыҙ, тип билдәләй йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре.

 

Шулай уҡ уҡығыҙ:

Шундай атай бар саҡта!

Зариф Байғусҡаров яңғыҙ атайға ярҙам ойошторған

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас